Билдәле булыуынса, ярыштың муниципаль этабына документтарҙы 15 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин. 30 ноябргә тиклем "Айыҡ ауыл" исеменә дәғүә итеүсе ултыраҡтар эскелеккә ҡаршы саралар уҙғарырға бурыслы.
Белеүебеҙсә, “Айыҡ ауыл” конкурсында тотош ауыл менән ҡатнашалар. Айыҡ һәм имен тормош алып барыу, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙе пропагандалап йәшәү күҙ уңында тотола.
Быйылғы конкурста еңеүселәр Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары аласаҡ. Бынан тыш, I урынға лайыҡ булыусы ауыл – 500 мең һум, II урын алыусы ултыраҡ – 250 мең һум, ә III урын биләүсе ауыл 150 мең һум аҡса менән дәртләндереләсәк. Бынан тыш, финалға тиклем барып еткән 10 ауыл да иғтибарҙан ситтә ҡалмаяса, 30-шар мең һум күләмендә ауылды төҙөкләндереү өсөн матди ярҙам аласаҡ. Шулай уҡ ойоштороу комитеты конкурстың икенсе этабында 20 актив шәхесте асыҡларға ла һүҙ бирә. Мәҫәлән, үҙ миҫалында айыҡ тормош рәүешен пропагандалаған район йәки ауыл хакимиәте башлығы, мәктәп директоры, уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, эшсе, пенсионер һ.б. дипломдар һәм 10 мең һум аҡса менән бүләкләнәсәк.