Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хә-ләл ефете Каринэ Владимировна эш сәфәре менән районыбыҙға килде.
Уны Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Милана Скоробогатова, район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов һәм район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко оҙатып йөрөнөләр.
Эш сәфәре физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән реабилитация үҙәге филиалынан башланды. Каринэ Владимировна бинаның торошо менән танышты, дауаланыу кабинеттарын ҡараны, тәрбиәләнеүселәрҙе хеҙмәтләндереү төрҙәре менән ҡыҙыҡһынды, бүлмәләргә инеп кескәйҙәр менән йәнле әңгәмә алып барҙы, хәл-тороштары хаҡында һорашты, хеҙмәткәрҙәр менән йәнле аралашты.
Реабилитация үҙәге филиалы етәксеһе Гүзәл Вәзетдинова һөйләүенсә, был бинала сенсор кабинеты, галокамера, ЛФК кабинеты бар, массаж, физиотерапия курсы үтергә була. Балалар менән 22 кеше, шул иҫәптән ете педагог, шәфҡәт туташтары, ЛФК инструкторы эшләй.
«Каринэ Владимировнаның эшебеҙгә ҡыҙыҡһыныу белдереүе - беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Бергәләп үҙенсәлекле балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн күберәк эшләй алырбыҙ», - тине үҙәк хеҙмәткәрҙәре һуңынан.
Каринэ Хәбированың тағы бер туҡталышы - балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән социаль приютта ине. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре, нисек уҡыуҙары, шөғөлдәре, ҡаҙаныштары тураһында һөйләнеләр, үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәр ҙә тапшырҙылар.
Приют хеҙмәткәрҙәре балаларҙың һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш алып бара. Педагогтар әйтеүенсә, йәш быуын араһында таланттар бик күп һәм улар төрлө шөғөлгә бик әүәҫтәр. Шуға ла балаларҙың ижади һәләттәрен арттырыу өсөн төрлө түңәрәктәр уңышлы эшләп килә учреждениела.
Ҡунаҡтар шулай уҡ сабыйҙар йәшәгән бүлмәләрҙе ҡараны, уйын бүлмәләре менән танышып сыҡты. Аралашыу бик оҙаҡ һәм йәнле барҙы.
- Учалыға килеүемдең төп маҡсаты - ҡала, Учалы халҡы менән танышыу, сөнки мин бында беренсе тапҡыр, - тине Каринэ Владимировна. - Шулай уҡ социаль учреждениеларҙың эшмәкәрлеге менән танышыу, унда тәрбиәләнеүсе кескәйҙәргә уңайлы шарттар булдырыу өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнлеген үҙ күҙҙәрем менән күрергә теләгем бар ине.
Ҡунаҡтар Барвиха биҫтәһендә йәшәүсе күп балалы Юлиә Йыһаншина һәм Роман Кузиндың ғаиләһе менән дә яҡындан танышты. Юлиә һәм Роман дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Юлиә - Байһаҡал ауылы һылыуы, шәхси эшҡыуар, ә Роман беҙҙең яҡтарға Укра-инанан күсеп килгән уҙаман. Бәләкәстәр ҙә ололарға оҡшап ихлас, алсаҡ, килгән кешене ят итмәй, тәтелдәп торалар. Өйҙәренең ҡайһы мөйөшөнә генә күҙ һалма, һәр ерҙә бөхтәлек һәм йыйнаҡлыҡ хөкөм һөрә. Мөхәббәткә сорналып йәшәй матур ғаилә. Ҡараштары уҡ уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәте тураһында һөйләп тора. Һүҙҙәрендә лә, күҙҙәрендә лә мөхәббәт балҡый. Каринэ Владимировна матур ғаиләгә артабан да шулай матур, бәхетле йәшәүҙәрен теләп, бүләктәр тапшырҙы.