Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Август 2019, 10:49

Спорт клубына - илле йәш

Уральск ҡасабаһында «Байрамғол» спорт клубының 50 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Теүәл әйткәндә, 1969 йылдың 31 июль көнө, президиум ҡарары сығарылып, «Уңыш» спорт йәмғиәтенең клубы сифатында теркәлеү тураһында «Байрамғол»ға рәсми таныҡлыҡ яҙыла.

Уральск ҡасабаһында «Байрамғол» спорт клубының 50 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Теүәл әйткәндә, 1969 йылдың 31 июль көнө, президиум ҡарары сығарылып, «Уңыш» спорт йәмғиәтенең клубы сифатында теркәлеү тураһында «Байрамғол»ға рәсми таныҡлыҡ яҙыла.

Байрам матур үтте, болоҡһоу көн асылып, ҡояш йылмайҙы. Тантана спортсылар парадын асыу, флаг күтәреү менән етәкселек итеү хөрмәте ауыр атлетика буйынса СССР спорт мастеры, клуб ветераны Вәзир Йәғәфәровҡа күрһәтелде.

Кросс, велосипедта уҙыш, волейбол, баскетбол, штанга күтәреү, шахмат, уғатарлыҡ буйынса һәм башҡа ярыштар ойошторола. Күңелле, сәмле үтте бәйге. Хатта «петанк» тигән спорт төрө лә күрһәтелде - ауыр тимер шарҙарҙы тәгәрәтә бәреп мәрәй йыйыу, модаға ингән боулинг һымағыраҡ икән.

Көс һынашырға, ҡотларға Белорет һәм Межозерный, Учалы ҡалаһы командалары килде, Миндәк, Озерный, Комсомольск, Наурыҙ һәм башҡа ултыраҡ спортсылары ҡатнашты. Велоуҙышҡа спорт ветерандары ҡатнашлығы йәм өҫтәй, әйтәйек, Урал Хөсәйенов һәм Ришат Динисламов элекке республика чемпиондары бит! Айырым рәүештә «юбилей чемпиондарын» атап китәйек:

2,5 саҡрымға йүгереүҙә РФ ярыштары призеры Максим Тимофеевҡа тиңдәр табылманы. Волейболда еңеүсе - Межозерный командаһы.

Шахмат буйынса чемпиондар - Радмила Вәлиуллина, Давид Хөсәйенов, Илдан Хәкимов, ололар араһында призерҙар - Талип, Фидан Ишморатовтар, Дамир Ағзамов. Уғатарлыҡ чемпиондары - Айҙар Йомабаев (үҫмерҙәр араһында), Лилиә Хужәхмәтова һәм Юнир Исламов. Ә Ҡотойҙан килгән 89 йәшлек аҡһаҡал Зәйет ағай Шакиров махсус приз менән билдәләнә. Күҙ генә теймәһен, янды ныҡлап тота, уҡтарҙы сәпкә мәргән һала! Спорт менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел шул.

Юбилейҙы ошолай ҙур байрам-турнир итеп үткәреү киң йәмәғәтселектең инициативаһы. Ойоштороусыларҙың береһе - Марат Жумабаев алты йәштән футбол менән шөғөлләнгән икән, атаһы тренер Радик Фәйзулла улы етәкселегендә. Һуңынан Өфөлә йәшәп, әле бәләкәй Ватанға кире ҡайта. «Юбилейҙы үткәргәндә, «Байрамғол» клубының данын тергеҙеү, спортсыларҙы берләштереү юддарын төҫмөрләйбеҙ», - тине ул.

Ә Риф Хәзиев 45 йыл буйына спорт клубында эшләй! «Байрамғол»да производство гимнастикаһы инструкторы итеп эш башлай, һуңынан гел генә клуб рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. Ә рәйестәр - совхоз директорҙары үҙҙәре була. Әҙһәм Шәрәфетдинов, Мөждәбә Сафин, Дамир Рәхмәтуллин, Мәүлитйән Һунарғолов һәм башҡа директорҙарҙың клубҡа индергән өлөштәре тос. Әлеге «Байрамғол» агрофирмаһының спорт клубына тура ҡағылышы юҡ, әммә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырышалар, тип билдәләне Риф Ғәлимйән улы.

Бөгөнгө көндә 120 тирәһе кеше шөғөлләнә икән: волейбол, футбол, теннис, ауыр атлетика, уғатарлыҡ.

Байрамда район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов та ҡатнашты. Интернеттағы сәхифәһендә спорт байрамын үткәреүселәргә, спорт клубы тарихын һаҡлаған, яҡшы йолаларҙы йәш быуынға еткергән ветерандарға айырыуса рәхмәт белдерҙе.

Ә беҙ клуб ветерандары менән килештек - тарихы буйынса гәзиткә айырым мәҡәлә әҙерләйәсәкбеҙ әле.



Читайте нас: