Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Август 2019, 11:13

Кәрәкле һәм ижади һөнәр

Августың икенсе йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып туҡтауһыҙ төҙөй һәм ижад итә.

Августың икенсе йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып туҡтауһыҙ төҙөй һәм ижад итә.

Төҙөүсе һөнәре донъяла иң кәрәклеләрҙән һанала, һәр заманда ла маҡтаулы.

Уның хеҙмәт һөҙөмтәһе менән ил, төбәк, ҡала-ауылдарҙың ҡабатланмаҫ йөҙө, халыҡтың тормош дәрәжәһе билдәләнә. Төҙөүселәр ҡулы менән һалынған объекттар халыҡ тормошон тағы ла уңайлыраҡ итә торған бит.

Ошо арымаҫ-талмаҫ ҡулдар планлы төҙөлөш алып бара, капиталь ремонт үткәрә һәм социаль әһәмиәткә эйә объекттарҙы реконструкциялай, урам, парктарҙы, юлдарҙы төҙөкләндерә һәм һала. Төҙөүселәр тырышлығы менән илебеҙ ҙә көндән-көн матурая, кешеләр тыуған йорт йылыһын нығыраҡ тоя.

Төҙөүсе һөнәре тураһында төрлө фекерҙәр йәшәй: ҡайһылары уның бик ауыр хеҙмәт булыуын, ямғыр-буранда, әсе елдәрҙә асыҡ һауала эшләргә, ауыр йөктәр күтәрергә тура килгәнен раҫлаһа, кемдәрҙер иһә хеҙмәтенең еңел һәм күңелле булыуын ихлас тасуирлай.

Йәш булыуына ҡармаҫтан, ун биш йыл ғүмерен штукатур-маляр һөнәренә бағышлаған Гөлсара Солтанова ла һөнәри байрамын билдәләгән кешеләрҙең береһе. Ул 3-сө торлаҡ-эксплуатациялау участкаһында эшләй, үҙенең тырыш хеҙмәте менән төҙөүсе һөнәрен данлай.

3-сө торлаҡ-эксплуатациялау участкаһы, нигеҙҙә, торлаҡ, социаль-көнкүреш биналарына капиталь, косметик ремонт эшләү менән шөғөлләнәләр. Биналарҙы заманса төҙөкләндереп, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайталар, торлаҡ хужаларына уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙыралар, йәшәйеште йәмләйҙәр.

Гөлсара Солтан ҡыҙы 1986 йылда Ҡалҡан ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә. 2004 йылда Мейәс ҡалаһының «Урал стил» йәмғиәтендә алты йылға яҡын хеҙмәт итә. Һуңынан ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайта - 3-сө торлаҡ-эксплуатациялау участкаһына эшкә килә.

Әлеге көнгә тиклем ошонда ең һыҙғанып хеҙмәт итә.

Был көндә таш-кирбестән төҙөлгән ҡала йорттарын төҙөүселәрҙе генә түгел, ауылдарҙа бынамын итеп йорт һалған балта оҫталарын да билдәләп китеү урынлы булыр. Рысай ауылында йәшәүсе Нурислам Шәнгәрәевтың даны тирә-яҡҡа шәп балта оҫтаһы булараҡ танылған. «Нисә бура бурағанмындыр, иҫәбе-һаны юҡ, яҡын-тирә күрше райондарҙан, ҡалаларҙан, Силәбе өлкәһенән, хатта Мәскәүҙән дә заказдар ҡабул иткән саҡтар булды», - ти оҫта. Ағас эшенә ул атаһынан өйрәнә. «Ниндәй эшкә тотонһа ла, булдыра ине. Бигерәк тә ағас менән эшләргә яратты атайым. Ҡайһы төр ағастың нимәгә яраҡлы икәнлеген теп-теүәл генә белә ине», - ти Нурислам Шәнгәрәев.

Нурислам Хажикарам улы 2000 йылдарҙа ныҡлап ағас эше менән булыша башлай - бура бурау менән шөғөлләнә. «Ул бураларҙың ниндәйе генә юҡ ине - ябайы, ҡатмарлыһы ла, хатта һигеҙ бүлмәнән торғаны ла булды», - ти ул.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, Шәнгәрәевтарҙың ҡыҙҙары ла үҙҙәренә оҡшап уңған һәм аҡыллылар. Өлкән ҡыҙҙары Зилиә Силәбе өлкә дауаханаһында реаниматолог булып эшләй, Дания һәм Айгөл ҡыҙҙары Өфөлә «Башнефть» йәмғиәтендә уңышлы хеҙмәт итәләр икәнен белдек.



Читайте нас: