Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
20 Август 2019, 12:26

Яңы контейнерҙар ҡайтарылды

Гәзит биттәрендә сүп-сар темаһын күп күтәрҙек. Быйыл 1 ғинуарҙан ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт индерелде. Оло реформа был.

Гәзит биттәрендә сүп-сар темаһын күп күтәрҙек. Быйыл 1 ғинуарҙан ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт инде-релде. Оло реформа был.

Уның маҡсаты - сүп-сар өлкәһендә тәртип булдырыу.Мәғлүм булыуынса, республикала барлыҡ санитар талаптарға ярашлы ни бары 36 полигон бар. Ҡалғандары - санкцияланмаған сүплектәр. Һәм улар ғәйәт күп - 3,5 меңгә яҡын. Унда йыйылған токсик матдәләр тупраҡты һәм һыуҙы бысрата, был иһә кешеләрҙең сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә етди хәүеф менән янай, тигән һүҙ.

Учалыла ҡаты һәм көнкүреш коммуналь ҡалдыҡтар ҡала эргәһендәге полигонға сығарып түгелә. «Тәбиғәт» ДУП-ы ҡарамағындағы был полигон әлеге ваҡытта 61 процентҡа тулған. Сүп-сарҙы сорттарға айырыу линиялары ла бар, әммә ул эшләмәй. Әгәр ҙә яҡын арала линия көйләнмәһә, полигон 1,5-2 йыл эсендә сүп-сар менән тулыуы ихтимал бит.

Ауыл биләмәләрендә иһә законһыҙ 79 сүплек иҫәпләнә, билдәле булыуынса, яңы ҡанун ошо өйөмдәрҙе бөтөрөргә булышлыҡ итәсәк. Киләһе йылға тиклем был сүплектәр тулыһынса ликвидацияланырға тейеш. Әлегә тиклем көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн ваҡытлыса сетка менән ҡамаулы махсус урындар эшләп ҡуйғайнылар. 86 ауылда 115 контейнер майҙансығы бар. Киләсәктә ошо майҙансыҡтарҙа контейнерҙар ҡуйыу тураһында хәбәр иткәйнек, уҙған аҙнала был эште бойомға ашыра башланылар ҙа инде. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәхмәтуллин белдереүенсә ауылдарҙа 197 контейнер урынлаштырыласаҡ. Уларҙы аукционда еңеүсе Ростов өлкәһенән шәхси эшҡыуар ҡуясаҡ. Контейнер «кәмә» формаһында эшләнгән. Сүп-сар һауытының иң таралған төрө әлеге көндә. Техникаға бушатыу өсөн дә уңайлы, тип баралар. Һигеҙ кубометр һыйҙырышлы. Ҙур һауытҡа сүп-сар ҙа күп һыя. Уны ҙур күләмдәге (мәҫәлән төҙөлөштән ҡалған) көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн дә файҙаланырға була икән. Әлеге ваҡытта төбәгебеҙгә 30 контейнер ҡайтарылған, сентябргә тиклем ҡалғандарын да килтерәсәктәр. Учалы ҡала ултырағы биләмәләрендә евроконтейнерҙар ҡуйыласаҡ.

Заманса сүп-сар һауыттары Бөйҙө ауылында ла урынлаштырылды. Уткән дүшәмбелә биш дана контейнер килтергәндәр. Быға тиклем ауылда Ахун һәм Йәштәр урамдарында ғына сүп-сар майҙансығы булған, хәҙер иһә бер нисә урында.

Контейнерҙар бюджеттан бүленгән байтаҡ аҡсаға һатып алынған, ә инде уларҙы еренә еткереп, фундаментын бетонлау ауыл хакимиәттәренә йөкмәтелгән. Әлбиттә, бының өсөн байтаҡ сығымдар талап ителәсәк. Бетон эштәрен башҡарыу хаҡы ҡиммәт бит хәҙерге көн.

-Бөйҙө ауылында 800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Халыҡ сүп-сар реформаһын аңлап ҡабул итте. Сүп-сарҙы сығарыуға килгәндә ғинуар айында ғына бер аҙ тотҡарлыҡтар тыуҙы, һуңғы айҙарҙа Төбәк операторы был эште яйға һалды. Көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында, график буйынса килеп алалар. Графикты ауыл хужалығы бүлеге алдан уҡ ебәрә. Кешеләр ҙә хәҙер яңы реформаның ни рәүешле эшләгәнен белде. Тәүҙә майҙансыҡтарҙы ҡуйған мәлдә, беҙҙең йорт эр-гәһенә урынлаштырмағыҙ, еҫе сығасаҡ, туҙып ятасаҡ, тип зарланһалар, хәҙер иһә беҙҙең эргәгә урынлаштырығыҙ, тип үҙҙәре һорай, - тине ауыл ха-кимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Әнисә Шәмиғолова. Әлбиттә, сүп-сар өсөн түләү квитанциялары менән һаман аңлашылмаусанлыҡтар ҡала. Бер кеше теркәлгән йортта ике-өс кеше йәшәй тип квитанция ебәрелә, биш, егерме бер йыл элек мәрхүм булғандарға ла түләүҙәр килеүе дауам итә. Халыҡ ауыл советынан «ЭСКБ»-ға белешмә алып барып ҡалдырырға мәжбүрҙәр, ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн. Төбәк операторының мәғлүмәтте ҡайҙан етте шунан алыу-ҙары арҡаһында мәхшәр килеп тыуған да инде. Күреүегеҙсә, проблемалар һаман да етерлек. Ҡасан хәл ителеп бөтөр инде?.


Читайте нас: