Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Сентябрь 2019, 18:09

Мәрхәмәтлек ерҙә ятып ҡалмай

1 сентябрь көнө 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Башҡортостан Республикаһының барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм https://podpiska.pochta.ru/ сайтында һеҙ 4200-ҙән ашыу гәзит-журналдарға яҙыла алаһығыҙ. Рәсәй почтаһының подписка каталогынан федераль, республика, йә булмаһа ҡала йәки район баҫмаһын һайлап алыу мөмкинлеге булдырылған. Сайт бик уңайлы эшләнгән - баҫмаларҙы тема, алфавит буйынса ла һайлап алып була, бер нисә секунд эсендә оформить итеп, йәнегеҙ теләгән гәзит йәки журналды алдырып уҡый аласаҡһығыҙ.

Бынан тыш, почта бүлексәләрендә һәм https://podpiska.pochta.ru/derevo-dobra сайтында “Мәрхәмәтлек ағасы” хәйриә акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә һәр кем үҙе теләгән социаль учреждениены - балалар йортон, йорт-интернатты, ветерандар ойошмаһын, ҡарттар йортон ваҡытлы матбуғат сараһына яҙҙырта ала. Мәрхәмәтлек ерҙә ятып ҡалмай - шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Изгелек эшләп, сауап алығыҙ, рухи аҙыҡҡа һыуһаған замандаштарығыҙҙы гәзит-журналдарға яҙҙыртығыҙ.
Әлбиттә, күптәнге дуҫығыҙға һәм серҙәшегеҙгә әйләнгән “Яйыҡ” гәзите тураһында ла онотмағыҙ. Киләһе йылда ла бергә булырбыҙ, тигән өмөттә мөхәрририәт коллективы.
Читайте нас: