Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 11:31

Иманғолға асфальт юлдан елдерәбеҙ

Яңы асфальттан елдереүҙәре үҙе бер кинәнес. Тип-тигеҙ, һикертмәле соҡорҙар ҙа юҡ. «Капотҡа тулы стакан ҡуйып йөрөрлөк», «ә минең дағалы туфлиҙар кейеп, ошо юлдан шыҡ-шыҡ баҫып үтәһем килә».

Яңы асфальттан елдереүҙәре үҙе бер кинәнес. Тип-тигеҙ, һикертмәле соҡорҙар ҙа юҡ. «Капотҡа тулы стакан ҡуйып йөрөрлөк», «ә минең дағалы туфлиҙар кейеп, ошо юлдан шыҡ-шыҡ баҫып үтәһем килә».

Уҙышмаҡтан, коллегаларым менән һоҡланыуыбыҙ-ҙы нисек белдерергә белмәйбеҙ яңы ғына һалынған асфальттан барғанда. Бер нисә йыл элек Учалынан Иманғолға асфальт буласаҡ, тип әйткәстәре, тәүҙә ышанмағайныҡ. Ни өсөн тигәндә, әллә нисәмә йылдар вәғәҙәләнеләр бит, ахырҙа халыҡ та өмөтөн өҙгәйне. Һәм, ниһайәт, былтыр участкала эш башланды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, көҙгө һалҡындарға тиклем 1,6 километр юлды асфальтлап та ҡуйҙылар. Төҙөлөш быйыл да дауам итте, эш күләме ҙур булды. План буйынса 3,9 километр араны сентябргә тиклем асфальтлап өлгөрөргә тейештәр ине. Өлгөрҙөләр, афариндан башҡа һүҙ юҡ. Һәм бына, ҡала менән ауыл араһында 5,5 километр ҡара япма ялтырап ята.

Беҙ килгәндә юлсылар һуңғы метрҙарҙа эш алып бара ине. Ҡул һуҙымындай ғына ерҙә ауыл күренеп тора. Участкала эш гөрләй, ҙур йөк машина-лары менән асфальтты бушатыуҙары була, көрәк тотҡан юлсылар күҙ асып йомған арала тигеҙләп ырғытып та ҡуялар. Өҫтөнән каток йөрөп, шымарта башлай. Ҡара таҫма булып һуҙылған япманы ҡарап тороу бигерәк ҡыҙыҡ күренеш, һоҡландыра.

- Проект буйынса юл бер аҙ маршрутын үҙгәртте. Газ, электр уты, элемтә бәйләнеше коммуникациялары күсерелде. Объектты ваҡытында тапшырабыҙ, юл эшселәренең тырыш хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк, - ти юл мастеры Юрик Йәнгилдин.

Әйткәндәй, эш күләме ҙур булғас, «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығынан тыш, ярҙамға Белорет, Архангель, Иглин, Ғафури райондары, Өфө ҡалаһының юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтарынан да килгәндәр. Эшселәр вахта менән бәләкәй вагондарҙа ятып эшләйҙәр, туҡланыу яҡшы ойошторолған.

Әлеге ваҡытта участкала ун бишләп кеше эшләй. Илдар Заһиҙуллин идаралыҡта 1994 йылдан бирле асфальт бетонлаусы булып хеҙмәт итә. Техникаһында япмаларҙың һәр ҡатына битум түшәй ул. Ыҫмаланып торған шыйыҡса асфальтты йәбештереү өсөн ҡулланыла. Еҫе ҡырҡыу, тын юлдарына ултыра, хатта. Илдар Ғәзиз улының эше ауыр, зарарлы матдәнең һаулыҡҡа ла зыяны ҙур. Шуға ла йыл һайын медицина тикшереүе үтеп тороу мотлаҡ.

- Асфальт түшәүҙе былтыр башлағайныҡ, күп ҡалманы инде. Беҙ эшебеҙҙе ваҡытында тамамлайбыҙ, тип шатланһаҡ, иманғолдар, ниһайәт, асфальтлы булдыҡ, тип ҡыуана, - ти Илдар ағай.

Асфальтты түшәп кенә эштәре бөтмәй әле юлсыларҙың. Юл билдәләрен ҡуйып сығырға кәрәк, проект буйынса туҡталыш ҡаралған, уның эргәһенә бәҙрәф эшләйәсәктәр. Хатта сәскә клумбалары ла буласаҡ, тинеләр.

Объект тапшырылғас, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Учалы-Мейәс юлын төҙөкләндереүҙе дауам итәсәктәр. Киләсәктә ун километрға асфальт түшәләсәк, әле 16 километры яңыртылған. Хәүефле участкалар яйлап ремонтланып бөтөп бара. Юлдар яңыра!



Читайте нас: