Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 17:42

Тағы бала йығылып төшкән

Балаларҙы хәүеф аҙым һайын һағалай. Бөгөн Өфөнөң Инорс ҡасабаһында 4 йәшлек бала һигеҙенсе ҡаттан йығылып төшкән.

Балаларҙы хәүеф аҙым һайын һағалай. Бөгөн Өфөнөң Инорс ҡасабаһында 4 йәшлек бала һигеҙенсе ҡаттан йығылып төшкән. Әле фажиғәнең сәбәптәре билдәһеҙ. Рәсәйҙең БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, бала фатирҙа әсәһе менән булған. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Бындай осраҡтар һуңғы ваҡытта йыш күҙәтелә, ҡалабыҙҙа ла бер нисә ваҡиға теркәлде. Ата-әсәләр, өлкәндәр, зинһар балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бәлә аяҡ аҫтында.
Читайте нас: