Ишмәкәй ауылындағы 3120-се һайлау участкаһында тауыш биреү иртә менән әүҙем барған. Беҙ килгәндә кеше ул тиклем күп түгел ине.
-Күбеһе иртә килеп һайланылар ҙа, кем бесәнгә, кем картуф алырға сыҡты инде, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Хатип Мөхәмәҙиев.
Теркәлгән 234 кешенең 130-ы тауыш биргән. Иртәнге сәғәт 7-гә мәҙәниәт йорто ишек алдына Әлфиә Фәзлетдинова килеп тора. Иң беренселәрҙән булып һайлап, бүләк алып ҡайтып та китә.
Рәйлә Ғиззәтуллина матур күлдәктәрен кейеп, байрамса кәйеф менән килгән.
- Бер һайлауҙы ла ҡалдырмай йөрөйөм. Тормошобоҙ менән ҡәнәғәтбеҙ,барыһы ла кешенең үҙенән ҡала бит. Тырышһаң, донъя көтөргә була, - ти.