Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 22:00

Киләсәк йәштәр ҡулында

3121-се Ҡотой һайлау участкаһы ауылдың мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Мәҙәниәт йортоноң баҫҡысында уҡ кешеләрҙе сағыу һайлау плакаттары ҡаршы ала. 17.00 сәғәткә һайлаусыларҙың 143-ө тауыш бирҙе, тине һайлау участкаһы ағзалары.

- Төшкә тиклем кеше бик күп булды. Бөтәһе исемлектә 273 кеше. Әлеге һайлауҙарға кешеләрҙең ҙур теләк менән килеүе асыҡ күренә. 20 кеше өйҙәрендә һайланы. Комиссия ағзалары үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, һайлау тыныс шарттарҙа әүҙем бара.

Ҡотой һайлау участкаһында тәүгә һайлаусы Элина Таипованы ла тап иттек. Комиссия рәйесе Хатип Хажин ҡыҙыҡайға иҫтәлекле бүләк һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Читайте нас в