Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 20:26

Ураҙҙар ҙа әүҙемлек күрһәтә

Ураҙ 3122-се һайлау участкаһында 896 һайлаусы иҫәпләнә. 15.00 сәғәткә уларҙың 596-һы тауыш биргән (66%). Һайлауға иң тәүгеләрҙән булып үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ҡалаға эшкә китеп барышлай Марат Хәлилов килгән. Һайлау комиссияһы рәйесе Нурзилә Шәйхитдинова әйтеүенсә, һайлаусыларҙың күбеһе иртәнге сәғәттәрҙә килгән. Иң оло һайлаусылар Тамара Фәғәлова (85 йәш), Мөнирә Солтанова (83 йәш), Фәниә Сәфиуллина (81 йәш), Жүдә Йомағужиналар ҙа үҙ тауыштарын биреп ҡайтҡандар. Беренсе тапҡыр һайлауға килеүселәр һаны - 10, уларҙың да күбеһе һайлауға килгән.

Ураҙ ауыл хакимиәте башлығы Салауат Лоҡманов иртә менән үк килеп гражданлыҡ бурысын үтәгән.

- Халыҡ беҙҙә әүҙем. Йыл һайын ауылдаштарыбыҙҙың 80-90 проценты һайлауҙарға килә.Һайлауҙар тыныс үтә, - тине Салауат Нәжип улы.
Читайте нас: