Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 15:28

Алты телде белә

Өфөнән өс йәшлек Максим Мухин "Һоҡланғыс кешеләр" программаһы геройы булды. Малай Мәскәүгә барып алты телдә һөйләшеп күрһәтеп барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Өфөнән өс йәшлек Максим Мухин «Һоҡланғыс кешеләр» программаһы геройы булды. Малай үҙенең мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн әсәһе менән Мәскәүгә барып ҡайтты. Өс йәше саҡ тулған бала рус, башҡорт, испан, инглиз, француз һәм ҡытай телдәрендә иркен һөйләшә.


Максимды сит ил туристары төркөмө ярҙамында тикшерҙеләр. Малай уларға динозаврҙар хаҡында һөйләне.


Полиглоттың әсәһе Рәйсә Яруллина һүҙҙәренсә, өйҙә улар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә аралаша. Үҙе — белеме буйынса лингвист, шуға ла улын телдәрҙе өйрәнеүгә йәлеп иткән.


«Һоҡланғыс кешеләр» тапшырыуының жюри ағзалары кескәй яҡташыбыҙҙың һәләтен лайыҡлы баһаланы һәм уны шоуҙың киләһе этабына сығарҙы.

Читайте нас: