Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 15:27

Сорғотта башҡорт телен өйрәнәләр

Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттар туған телгә, йолаларыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә битараф түгел. Тик урыҫ мөхитендә башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыуы еңел түгел. 7 сентябрь көнө Сорғот ҡалаһында башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен уҡытыу, өйрәнеү буйынса өҫтәмә белем биреү мәктәбе эш башланы.

Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттар туған телгә, йолаларыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә битараф түгел. Тик урыҫ мөхитендә башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыуы еңел түгел.
7 сентябрь көнө Сорғот ҡалаһында башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен уҡытыу, өйрәнеү буйынса өҫтәмә белем биреү мәктәбе эш башланы. Уҡытыусылар Гөлсирә Әбдрәшитова һәм Зөһрә Мәүлетҡолова “Башҡортостан - тыуған яғым” тигән темаға доклад яһаны, яңы уҡыу йылына эш планы менән таныштырҙы.
Уҡыусылар йәш буйынса бер нисә төркөмгә бүленә. 7-12 йәшлектәр кесе төркөм, 12 йәштән 17-гә тиклем - уртансы төркөм һәм ололар.
Теле юҡтың иле юҡ. Тел булмаһа, милләт тә юҡ. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн мәктәп асыу тураһында ниәт күптән булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы ағзаһы, яҡташыбыҙ, Рысай ауылы егете Айнур Сәғитовтың тырышлығы менән проект, ниһайәт, тормошҡа ашты. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, милли аш-һыу, уйын ҡоралдарынан мастер-кластар ҡаралған. Башҡортостанға экскурсиялар ойоштороласаҡ. Балаларығыҙҙы халҡыбыҙҙың милли мираҫы менән таныштырығыҙ. Мәктәпкә рәхим итегеҙ.
Читайте нас: