Республикабыҙҙа һуңғы арала сәйер бөжәктәр күбәйеп китте. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Өфө аэропортында бер пассажирҙа хәүефле бөжәк тапҡан. Тажикистандан килгән ирҙең ҡул багажында 0,5 килограмм ноҡот борсағы (фасоль) була, ошо ҡуҙаҡлы культурала белгестәр Callosobruchus spp төрөндәге “зерновка” тигән ҡоротҡосто табалар. Зарарлы бөжәк республика биләмәһендә таралмаһын өсөн тыйылған продукцияны тартып алалар һәм шундуҡ юҡ итәләр.