Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
10 Сентябрь 2019, 11:06

Ойошҡан, тыныс рәүештә уҙҙы

Имен-аман ғына һайлауҙарҙы үткәреп ебәрҙек. Бюллетендәрҙең күп өлөшөн эшкәрткәндән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡала-районыбыҙҙа иң күп тауыш йыйыуы билдәле булды. Республика етәксеһе өсөн һайлаусыларҙың 41188 (87,21 проценты) тауыш биргән.

Имен-аман ғына һайлауҙарҙы үткәреп ебәрҙек. Бюллетендәрҙең күп өлөшөн эшкәрткәндән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡала-районыбыҙҙа иң күп тауыш йыйыуы билдәле булды. Республика етәксеһе өсөн һайлаусыларҙың 41188 (87,21 проценты) тауыш биргән.

Икенсе урында - КПРФ-тан төбәк башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ҡотлоғужин килә. Коммунист 3411 (7,22 процент) тауыш йыйған. «Яблоко» партияһынан Зөлфиә Ғайсинаны 546 кеше (1,51 процент) һайлаған. Өсөнсө урында ЛДПР партияһынан ҡатнашыусы Иван Сухарев килә. Уға 529 яҡташыбыҙ (1,12 процент) тауыш биргән.

«Рәсәй патриоттары»нан Рәфис Ҡадировты - 354 (0,75 процент), «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Юрий Игнатьевты - 309 (0,65 процент), «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы»нан Владимир Кобзевты - 241 (0,51 процент), «Граждандар көсө»нән Владимир Барабашты - 234 кеше (0,50) һайлаған булған икән.

Һайлау кампанияһында ғүмерҙәрендә тәүгә ҡатнашыусы егет-ҡыҙҙар ҙа бар. Исемлеккә 693 кеше теркәлгән ине, уларҙың 404-е килеп тауыш биргән (58,30 проценты).

Мәҫәлән, Илсе ауылынан Вадим Баҡыев та быйыл 18 йәшен тултырып, беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы алды. Егет Илсе урта мәктәбенең 11-се класында белем ала. Спорт менән бик дуҫ, волейболды яҡшы уйнай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем.

- Тулҡынландырҙы, әлбиттә. Үҙемде тағы ла етдиләнеп киткәндәй тойҙом. Һайлауға атай-әсәйем менән килдек. Иҫтәлеккә бүләк тапшырыуҙары ла кәйефте күтәрҙе. Буласаҡ республика башлығына теләктәр күп. Тәү сиратта башҡорт телен үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылһын ине, тип теләйем. Йәштәргә ярҙам кәрәк, торлаҡ, үҙ эштәрен асыу өсөн төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһим, - тип уй-теләктәрен еткерҙе Вадим. Уның телем, илем, милләтем, тип янып йәшәүе ҡыуандырҙы, бик рухлы егет, афарин.

Һаулыҡтарына бәйле һайлауға килә алмағандарҙы өйҙәренә барып тауыш бирҙерттеләр. Был мөмкинлек менән 1610 яҡташыбыҙ файҙаланды. Ә бына Учалы ауылының хөрмәтле кешеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Жәүҙәт Мусин гражданлыҡ бурысын үтәргә һайлау участкаһына үҙе килде. Учалы ауыл биләмәһендә бөгөнгө көндә һуңғы һуғыш ветераны ул.

Жәүҙәт Ғәлиулла улы 1925 йылдың 1 авгусында күп балалы ғаиләлә донъяға килә.18 йәше лә тулмаған үҫмер һуғышҡа үҙе теләп китә. Ҡаты алыштарға эләгә, Беренсе Украина фронты бригадаһында байтаҡ ауыл-ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлана. Һуғыш тамамланһа ла, 1950 йылда ғына демобилизацияланып ҡайта.

Ветеран психоневрология интернатының ҡарттар йортонда тәрбиәләнә. Уны Учалы ауылының РТС ҡасабаһында урынлашҡан 3127-се һайлау участкаһына махсус рәүештә психоневрология хеҙмәткәрҙәре автомобиль менән тауыш бирергә килтергәндәр. Жәүҙәт ағай бер ай элек 94 йәшен билдәләгән.

Урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутаттарҙы һайлау һөҙөмтәләре 10 сентябрь көнө билдәле буласаҡ.

Әйткәндәй, республика буйынса Радий Хәбиров 83% тауыш йыйған. Ышаныслы рәүештә еңде - иң күп тауыш Радий Фәрит улында.

Бөтә кандидаттар буйынса аныҡ һөҙөмтәләр дүшәмбе иртән билдәле була. Башҡортостан Республикаһы Башлығы инаугурацияһы 2019 йылдың 19 сентябрендә уҙа. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ентекләп хәбәр ителде.



Читайте нас: