Учалы ла хирургия корпусы төҙөләсәк, тип күптән һөйләйбеҙ һәм бына, ниһайәт, төҙөлөш эштәре башланды. Заманса өс ҡатлы бинаны киләһе йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтөп тапшырырыға тейештәр. Яңы корпус үҙәк ҡала дауаханаһының травматалогия бинаһы ҡаршыһында урынлашасаҡ. Әле төҙөлөш барған майҙанды тулыһынса ҡамап кәртәләп алғандар. Подрядсы ойошманы билдәләүгә июль айында аукцион үткәйне. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Өфөнән “Новая техника” йәмғиәте менән контракт төҙөлдө. Субподрядсы Учалынан “Регионстрой” йәмғиәте. Әлеге ваҡытта ойошма нигеҙ өсөн соҡор ҡаҙыу менән мәшғүл. Урында тиҫтәнән ашыу кеше, 9 “КамАЗ” машинаһы, экскаватор, тейәү-бушатыу техникаһы эшләй.