2019 йылдың 1 сентябрендә республикабыҙҙың баш ҡалаһында бишенсе тапҡыр Өфө халыҡ-ара марафоны уҙҙы.
Быйыл күләмле сарала төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан 5 мең спортсы ҡатнашты. Программала 2, 5, 10, 21,1 һәм 42,2 саҡрымлыҡ арауыҡтар һәм йүгереү буйынса бүтән ярыштар ҡаралғайны. Быйыл беренсегә скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр ҙә ярыша алды. Балалар өсөн, корпоратив ярыштар ҙа уҙғарылды. Йүгереү маршруттары ҡаланың иҫтәлекле урындарынан үтте - Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, «Ете ҡыҙ» фонтаны, «Өфө-Арена» боҙ һарайы һәм Мостай Кәрим һәйкәле. Йүгереү старттары «Динамо» стадионы эргәһәндә, ә финиш ҡапҡалары стадиондың асыҡ майҙансығында ҡуйылған ине. Бында инде көн дауамында төрлө программалар уҙҙы.
Яҡташыбыҙ, Ҡотой ауылы егете Максим Тимофеев ошо марафонда ҡатнашып, өсөнсө урын яулап ҡайтты. Афарин! 42,2 саҡрымлыҡ арауыҡты ул 2 сәғәт 31 минут 58 секунд эсендә үтте. Икенсе урында - 2 сәғәт тә 31 минут һөҙөмтәһе менән Силәбе өлкәһенән Андрей Брызгалов, алдынғылыҡты Екатеринбург ҡалаһынан Виктор Чулков береһенә лә бирмәне. Уның ваҡыты - 2 сәғәт 30 минут 52 секунд.
-Старт алдынан спортсыларҙы Рәсәй хоккейы Федерацияһы президенты, легендар хоккейсы Владислав Третьяк һәм спорт комментаторы Дмитрий Губерниев сәләмләнеләр, уңыштар теләнеләр, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Максим.
Шулай уҡ марафонда ҡатнашыр өсөн Рәсәй журналисы, теле һәм радио алып барыусыһы, продюссер Александр Любимов, опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов, Гиннес рекордтары китабына ингән 9 тапҡыр рекорд ҡуйған спортсы Александр Муромский, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алексей Огуров, актер Игорь Огурцов, актриса Виктория Тарасова, йырсы Доминик Джокер һәм илебеҙ кимәлендә башҡа киң билдәле кешеләрҙең күп булыуы ла был сараның әһәмиәтлелеге хаҡында һөйләй.
Финишҡа өсөнсө килгән спортсы яҡташыбыҙ Төмән өлкәһенең Лангепас ауылында тыуған. 5 йәшендә ғаиләһе менән Сәфәр ауылына күсеп килә, шунда бәләкәй саҡтан спортҡа мөккибән малай көрәш менән мауыға, төрлө ярыштарҙа урындар яулай. 7-се класты уҡыуын ул Ҡотой урта мәктәбендә дауам итә. Бында инде ул еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә башлай - тиҫтерҙәре араһында йүгереү буйынса берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй. Спортҡа булған һөйөүе уны мәктәп йылдарын тамамлағансы оҙатып йөрөй. Мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһында белем ала, Волгоградта һалдат бурысын үтәп килә һәм 2012 йылда Стәрлетамаҡ физик культура институтына уҡырға керә. 2016 йылда институтты тамамлаған йәш белгес Учалылағы Балалар спорт мәктәбенә тренер булып эшкә килә, Ижад һарайында ла балалар менән шөғөлләнә.
Әйткәндәй, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, был еңеү уның беренсеһе түгел. Сочи ҡалаһында уҙғарылған Рәсәй Кубогына тау марафоны буйынса өсөнсө урын яулай. Белорет районында уҙған тау марафонында - беренсе урын, Магнитогорскийҙа үткәрелгән “Европа-Азия” ярышында - беренсе урын, 2017 йылда Стәрлетамаҡ ярыммарафонында - икенсе урын - был әле оҙон исемлектең яртыһы ғына ла түгел.
- Был еңеүҙәр минеке генә түгел, уҡытыусым, остазым Таһир Үзбәк улы Мәхмүтовҡа ҙур рәхмәтлемен. Спорт - теүәллеккә, тәртипкә өйрәтә. Башҡа төрлө уйҙарға урын ҡалдырмай, - ти Максим.
Әйткәндәй, үткән шәмбе көнө Белорет районының Отнурок ауылы янында «Malidak race 2019» тау марафоны уҙҙы. Спортсылар үҙҙәренең көстәрен өс төр дистанцияларҙа һынаны - 6, 22 һәм 40 саҡрым. Балалар өсөн айырым дистанция булдырылды - 0,5 саҡрым. Марафондың маршруты Көньяҡ Уралдың иң матур тау бейеклектәре аша һалынған ине. Яҡташыбыҙ Максим Тимофеев бында ла һынатманы - 22 саҡрымлыҡ арауыҡты үтеп, беренсе урын яуланы (01:48:51).
Икенсе урынға Златоуст ҡалаһынан Петр Огородников (01:57:20) сыҡты, өсөнсө урынды Сарапулдан Иван Пелевин алды (01:58:25).
Еңеүсебеҙ 10 мең һум аҡса һәм спорт кәрәк-яраҡтары менән бүләкләнде.
- Марафонға 300-ҙән ашыу спортсы йыйылған ине. Беҙҙең маршрут текә, матур Яланғас тауы аша һалынды.
Эсеүгә, тартыуға ҡарата негатив ҡарашлы егет үҙенең уй-ниәттәренә, хыялдарына тоғро ҡалып, маҡсатлы йәшәп, артабан да ҙур уңыштарға ирешер тигән өмөттәбеҙ.