Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 12:43

"Мостай Кәрим" кораблен һыуға төшөрҙөләр

Ошо көндәрҙә Түбәнге Новгородта билдәле яҙыусының исемен йөрөткән круиз лайнеры һыуға төшөрөлдө. Дүрт палубалы, биш йондоҙло ҡунаҡхана рәүешендәге судно ҡаланың 60 йыллыҡ тарихында тәүгә ебәрелә.

Ошо көндәрҙә Түбәнге Новгородта билдәле яҙыусының исемен йөрөткән круиз лайнеры һыуға төшөрөлдө. Дүрт палубалы, биш йондоҙло ҡунаҡхана рәүешендәге судно ҡаланың 60 йыллыҡ тарихында тәүгә ебәрелә. 342 кешегә иҫәпләнгән. Ҙур тантанала Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм яҙыусының ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашты. Теплоход Мәскәүҙән Әстерханға, Санкт-Петербургҡа һәм Дондағы Ростовҡа йөрөйәсәк.

“Әле генә “Мостай Кәрим” исемендәге круиз лайнерын һыуға төшөрҙөк. Ҡала халҡына заманса кораблде төҙөүҙәренә һәм яҙыусыбыҙға булған оло хөрмәте өсөн рәхмәтлебеҙ”, – тип яҙа социаль селтәрҙә республика Башлығы.


Читайте нас: