Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
13 Сентябрь 2019, 10:42

«Йәшә, урман!» акцияһы бара

Районыбыҙ урмандары менән төп ике ойошма эш итә бөгөн: «Учалы урман хужалығы» дәүләт автоном предприятиеһы (директоры - Айбулат Байғарин) һәм «Лесничестволар идаралығы» дәүләт ҡаҙна предприятиеһының район бүлеге (начальнигы - Надир Яҡупов).

Районыбыҙ урмандары менән төп ике ойошма эш итә бөгөн: «Учалы урман хужалығы» дәүләт автоном предприятиеһы (директоры - Айбулат Байғарин) һәм «Лесничестволар идаралығы» дәүләт ҡаҙна предприятиеһының район бүлеге (начальнигы - Надир Яҡупов).

Урман культуралары булдырыу, тәрбиә эштәре, шул иҫәптән тәрбиә ҡырҡыуҙары (рубки ухода) һәм агротехник саралар башҡарыу, янғындарға ҡаршы минераллашҡан һыҙаттар һөрөү һәм башҡа күп бурыстар.

Урман ултыртыу быйыл 433 гектарҙа башҡарылған. 130 гектар - предприятиеның үҙенең планы, ҡалғанын арендаторҙар үтәргә тейеш. Тулайым алғанда, план үтәлгән, әммә айырым ҡуртымсылар ағасты киҫергә генә ярата, ултыртырға яратмай икән. Ундайҙар менән килешеүҙе өҙөү юллана башлаған. Ҡара иҫәп менән, киҫеүгә тәғәйен ағастың 82 проценты арендаторҙарға күскән бөгөн. Закон буйынса, яҡын киләсәктә тулыһынса хужаларға беркетелергә тейештәр, ти.

Ошо арҡала бөгөнгө көндә ҡарағайҙың өлгөргән участкалары дәүләт предприятиеһы ҡарамағында юҡ кимәлендә. Ә бит 1 мең самаһы райондашыбыҙ төҙөлөш ағасы алырға сиратта тора бирә.

Ҡарағай бүрәнә кәрәк икән, һәр береһенә арендаторҙар менән үҙаллы килешергә тура килә, Учалы урман хужалығы тәрбиә ҡырҡыуҙары ваҡытында алған ғына күләм бик аҙ бит ул. Өйҙәре янғында тәләф булған 25 яҡташтарыбыҙға ла ағас бүлеү проблемаға әйләнде, БР Урман хужалығы министрлығы аша һөйләшеүҙәр алып барыла, ти. Себен сиртеп быяла ватылмай, бер закон ҡабул ителгәндә икенсеһе иҫтән сыҡҡан осраҡтар юҡ түгел инде беҙҙә.

Урмансылар бер нимәгә ҡарамаҫтан тырышып эшләйҙәр. «Учалы урман хужалығы» предприятиеһы директоры Айбулат Алик улынан алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе атауын һорағас, түбәндәге иптәштәрҙе айырым билдәләне: директор урынбаҫары Урал Ғоморҙаҡов, пилорама хеҙмәткәре Марат Әйүпов, Илтабан лесничествоһы участка начальнигы Илнур Ямалетдинов, урман хужалығы инженеры Регина Вилданова, диләнкә һатыу-һатып алыу килешеүҙәре өсөн яуаплы Гөлшат Усманова, кадрҙар бүлеге инспекторы Эльвира Кәримова һәм башҡа күптәр.

1 сентябрь - 1 октябрь осоронда «Йәшә, урман!» тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы бара. Ошо һәм республика кимәлендәге «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә байтаҡ эштәр эшләнә.

Ураҙ, Сәфәр, Илсе, Мансур, Учалы ауыл ултыраҡтарында аллеялар ултыртыла - урман хужалығы мышар, ҡарағай үҫентеләре менән тәьмин итә. Әйткәндәй, предприятиеның питомнигында ҡарағайҙан тыш, ултыраҡтарҙы йәшелләндереү өсөн идеаль тиерлек ағас - пирамидаль тирәк, зәңгәр шыршы, мышар үрсетеү менән шөғөлләнәләр. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, кедр сәсмәлеген киң таратыу ниәтенән дә һүрелмәгәндәр әле. Акция барышында урман белгестәре мәктәптәрҙә аңлатыу эшенә тотондо - яңы уҡыу йылында Ураҙ лицейы, ҡаланың 5-се мәктәбендә тәүге осрашыуҙар үткән дә инде. Диләнкәләрҙе таҙартыу буйынса эш һәр яҡлап көсәйтелә, өмәләр ойошторола башлаған.

Көн бер аҙ асылғас, Ҡалҡан күле буйын тәртипкә килтереү буйынса ҙур өмә үтәсәк. Халыҡ рәхәтләнеп ял иткән ярҙар «Өргән ҡарағайлығы» тип аталған тәбиғәт ҡомартҡыһы («памятник природы») биләмәһенә инә бит, бында уникаль, һаҡлауға мохтаж ағастар үҫеүен онотмайыҡ.

- Был өмә көнө тураһында алдан хәбәр итербеҙ. Йәйге селләлә һыу буйында ял итергә теләүселәр саманан тыш күп, тәртип булдырырға ла ирекмәндәр табылыуға өмөт итәбеҙ! - ти Айбулат Алик улы.



Читайте нас: