12 сентябрҙә Иглин районы ауылдарының береһендә ете йәшлек бала менән бәхетһеҙ осраҡ булған. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ете йәшлек малай шәхси йорттоң баҫҡысында таҫма менән уйнап йөрөгән. Малай таҫманың бер осон яндауырға бәйләгән, ә икенсеһен үҙенең өҫтөнә һалған. Бала яҙа баҫҡан, күрәһең, һәм был фажиғәғә килтергән. Малай быуылып үлгән тип фаразлана.