Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 11:37

Йәштәр - беҙҙең киләсәк

Районыбыҙ мәктәптәрен йыл һайын талантлы, тырыш уҡыусылар тамамлай. Улар тормош даръяһында юғалып ҡалмай, үҙ юлын таба һәм үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарының исеменә тап төшөрмәйенсә, яңынан-яңы бейеклектәргә үрләй.

Районыбыҙ мәктәптәрен йыл һайын талантлы, тырыш уҡыусылар тамамлай. Улар тормош даръяһында юғалып ҡалмай, үҙ юлын таба һәм үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарының исеменә тап төшөрмәйенсә, яңынан-яңы бейеклектәргә үрләй.

Ошо көндәрҙә Ураҙ мәҙәниәт йортонда 9-11-се класс уҡыусылары өсөн профориентацион маҡсатта осрашыу ойошторолдо.

Был сарала район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәхмәтуллин, Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу программаһы бай булды. Баш һүҙ менән Алмас Рәхмәтуллин сығыш яһаны.

- Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн профориентацион маҡсатта Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары менән осрашыу ойошторҙоҡ, сөнки районыбыҙҙа заманса предприятие-ойошмалар байтаҡ. Был юлы беренсе тапҡыр осрашыуҙың форматын бер аҙ үҙгәртеп, районыбыҙҙың гөрләп эшләп килгән предприятие һәм хужалыҡтарына экскурсия ойошторорға ҡарар иттек, - тине ул.

Осрашыуға Ураҙ, Уральск, Мулдаҡай һәм Рысай мәктәптәре сығарылыш уҡыусылары саҡырылған ине.

Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкилдәре уҡыу йортондағы йүнәлештәр, уҡырға инеү өсөн ниндәй имтихандар бирергә кәрәклеге, уҡыуҙы тамамлаған белгестәрҙең ҡайҙа эшкә төшә алыуҙары хаҡында бик ентекле сығыш яһанылар. Уҡыусылар юғары уҡыу йортонда уҡыу осоронда яҡшы белем алыу менән бер рәттән төрлө һәләттәрҙе үҫтереп булыуын да яҡшы төшөндөләр.

Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән уҡытыусыһы Елена Смольникова хәбәр итеүенсә, ниндәй имтихандарҙың мотлаҡ булыуы, теге йәки был һөнәргә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда өҫтәмә ниндәй дисциплиналар һайлау кәрәклеге, вузға тиклем әҙерлектең нисек барыуы, төбәк һәм ил иҡтисады үҫешенең заманса этабында ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж күберәк булыуын һөйләне. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт аграр университеты Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының иң яҡшы ун биш ВУЗ-ы араһына ингән икән.

Осрашыу мәлендә йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, университет тураһында фильм да ҡаранылар.

- Мин йәштәр менән осрашыуға бик теләп килдем, сөнки улар - беҙҙең киләсәк. Араларында үҙҙәрен ер эшенә арнағандар күберәк булһын ине. Ошондай саралар йәштәргә ҡайҙа эшләргә мөмкин булыуын күрһәтеп, һөнәргә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ә бына экскурсия ваҡытында төрлө һөнәрҙәр менән яҡындан танышып, был һөнәрҙең киләсәге булыуы тураһында белә. Шулай уҡ ҡайҙа практика үтергә мөмкинлеге хаҡында ла мәғлүмәт алалар, - тине Елена Алексеевна Смольникова.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәхмәтуллин сығарылыш класс уҡыусыларына ауыл хужалығы өлкәһендә эш башлаусыларға ҡаралған программалар, гранттар тураһында бәйән итте.

Төп өлөштән һуң уҡыусылар «Байрамғол» агрофирмаһына, Учалы элеваторына һәм районыбыҙҙың данлыҡлы «Юлдаш» хужалығына сәфәр ҡылды. Бында улар төрлө һөнәр эйәләре, уларҙың эше менән яҡындан танышты.

Уҡыусыларҙың фекеренсә, бындай осрашыуҙар бик ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки бөгөнгө уҡыусылар - буласаҡ студенттар бит.

Читайте нас: