Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 17:18

"Аҡ рауза" белгестәре ҡабул итте

Сентябрь башында Учалы үҙәк дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге нигеҙендә асылған “Аҡ рауза” диагнос­тикалау үҙәге белгестәре ҡабул итеүҙәр ойошторҙо. Был эш яҡташыбыҙ, сенатор Лилиә Ғүмәрованың тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырылды.

Сентябрь башында Учалы үҙәк дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында Өфөләге 3-сө бала табыу йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге нигеҙендә асылған “Аҡ рауза” диагнос¬тикалау үҙәге белгестәре ҡабул итеүҙәр ойошторҙо. Был эш яҡташыбыҙ, сенатор Лилиә Ғүмәрованың тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырылды.

Баш ҡаланан килгән табиптарға ҡабул итеүгә эләгергә теләүселәр бихисап булды, сират коридор буйлап һуҙылды. Шуға ҡарамаҫтан, белгестәр ялға, төшкө ашҡа туҡтамайынса барыһын да ҡабул иттеләр. Ике көн эсендә диспансер иҫәптә торған, хәүеф төркөмөнә ҡараған 203 ҡатын-ҡыҙ маммолог, акушер-гинекологҡа күренде. Заманса УЗИ аппаратында тикшерелделәр.

- Медицина үҙәгенең төп эшмәкәрлеге — ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙендәге һәм репродуктив системаһындағы яман шеште иҫкәртеү һәм сирҙе алдан уҡ асыҡлау. Беҙҙең үҙәк әлеге ваҡытта ошо йүнәлеш буйынса республикала эшләүсе берҙән-бер учреждение һанала. Сығып ҡабул итеүҙе тәүгә ойошторҙоҡ. Шуға иғтибар иттек, учалы ҡатындары шул тиклем түҙемле. Сәғәттәр буйы сират көтөп ултырһалар ҙа, берҙе лә зарланып ҡуйманылар, табиптарҙың эшенә аңлап ҡаранылар, - тине үҙәктең баш табибы Зөһрә Гурова.

Ҡабул итеү барышында барлыҡ пациенттарҙан яман шешкә анализ алынды. Уларҙың һөҙөмтәләре әҙер булғас үҙәк ҡала дауаханаһына ебәрәсәктәр. Өфө табиптары пациенттарға дауалау курстары тәғәйенләне, өҫтәмә тикшереүҙәр үтеү өсөн тар белгестәргә йүнәлтмә бирҙе. Әйткәндәй, тикшереү барышында алты кешелә күкрәк яман шеше булыуы ихтималлығы, дүртәүендә шеш барлығы асыҡланды. Улар артабан ентекле тикшереүгә ебәреләсәк. Үҙәк табиптары артабан да Учалы дауаханаһы менән хеҙмәттәшлек дауам итер, тигән ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: