Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә: бөгөн-иртәгә Башҡортостанда елдең тиҙлеге секундына 26-29 метрға етеүе көтөлә. Күреүегеҙсә, һауа торошо иртәндән боҙолдо. Ел ағастарҙы һелкетә башланы ла инде. Юлда йөрөгәндәр һаҡ булығыҙ. Өс көнлөк әбейҙәр сыуағы беҙҙең менән хушлашты, күрәһең. Алдағы көндәрҙә ямғырлы һәм һалҡын һауа торошо көтөлә. Синоптиктарҙың яҡынса фаразы буйынса, алдағы ике аҙнала һауа температураһы көндөҙ +5, +8, төндә 0,+2 градус була. Көн һайын тиерлек ямғыр яуыуы көтөлә. Сентябрь аҙағында ла үҙгәреш юҡ, һалҡын һәм ямғырлы була, урыны менән ҡырау һәм епшек ҡар фаразлана.