Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 14:24

Прививка эшләтеп ҡалырға онотма

Ҡала-районыбыҙҙа киҙеүгә ҡаршы әҙерлек башланды. Сирҙең ҡасан баш ҡалҡытырын белеп булмай, бынан алдағы йылдарҙа киҫкен респиратор ауырыуҙары менән халыҡ декабрь башында күпләп ауырый башланы, киҙеү ғинуар уртаһынан февралгәсә дауам итте.

Ҡала-районыбыҙҙа киҙеүгә ҡаршы әҙерлек башланды. Сирҙең ҡасан баш ҡалҡытырын белеп булмай, бынан алдағы йылдарҙа киҫкен респиратор ауырыуҙары менән халыҡ декабрь башында күпләп ауырый башланы, киҙеү ғинуар уртаһынан февралгәсә дауам итте.

Шуға ла табиптар, ауырыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән, вакцинация яһатырға тәҡдим итә. Үҙәк ҡала дауаханаһының табип-эпидемиологы Мәүлиҙә Зәйнәкәева белдереүенсә, быйыл 32 меңдән ашыу кеше прививкаланырға тейеш.

Ошо көндәрҙә беренсе партия вакциналар ҡайтарылған. 10 мең ампула - өлкәндәр, 3500 балалар өсөн. Препарат Рәсәйҙә етештерелгән, уның турала яҡшы фекерҙәләр, еңел үткәрелә. Төп иғтибар уҡыусыларға, балаларға, уҡытыусыларға һәм табиптарға, йәмәғәт урынында эшләүселәргә, оло йәштәге граждандар - пенсионерҙарға бүленә.

Прививканы сентябрь-октябрь айҙарында эшләтеп ҡалырға ҡушалар. Төбәгебеҙҙә бөгөн вакцинацияға барлыҡ учреждениелар ҙа йәлеп ителгән.Вакцина бушлай яһала, бының өсөн өлкәндәргә поликлиниканың 411-се кабинетына (үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы алырға онотмағыҙ), балаларға балалар поликлиникаһының 217-се кабинетына (алдан участка педиатрына күренеү мотлаҡ) килергә кәрәк. Ауыл халҡы прививканы үҙҙәренең фельдшер-акушер пункттарында, табип амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында эшләтә. Белешмә алыу өсөн телефон: 6-18-56.

Читайте нас: