Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 16:13

Радий Хәбиров рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһына инде

Бөгөн Өфөлә Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһына инеү тантанаһы бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һайлаусыларының 82,02 проценты ғәмәлдәге республика етәксеһе өсөн тауыш бирҙе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко тағы бер тапҡыр һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен уҡып ишеттерҙе. Ул Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Инаугурация тантанаһы ваҡытында республика башлығы ант ҡабул итте.

«Башҡортостан Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, уның дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын гарантияларға ант итәм», — тине Радий Хәбиров.
Ант республиканың ике дәүләт телендә – русса һәм башҡортса әйтелде. Ошо мәлдән Радий Хәбиров рәсми рәүештә республика башлығы вазифаһына инде.
Инаугурация тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, хөкүмәт ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан Конституцияһы буйынса, республиканың юғары вазифалы кешеһенә киң вәкәләттәр бирелә, улар араһында – Рәсәй Президенты һәм федераль власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә төбәкте күрһәтеү, хөкүмәтте формалаштырыу, республика биләмәһендә закондарҙың үтәлешен контролдә тотоу, указдар һәм бойороҡтар сығарыу. Башҡортостан Башлығы властың башҡарма тармағын да етәкләй.
Радий Хәбиров рәсми рәүештә вазифаға ингәндән һуң республика хөкүмәте отставкаға сыҡты.

Читайте нас: