Тормош һуҡмаҡтары бормалы
Мөкәрәмә улы һатып алған өйҙә алты йәшлек ҡыҙының сәсен тарап ултыра. Һибәтуллаһы ҙурайҙы, ҡул араһына инеп, эшләп йөрөй. Киләсәктә тракторсы булырға хыяллана. Өйҙө улы һатып алды тигәнгә аптырамағыҙ. Ауылдарында йәшәгән бер урыҫ тыуған яҡтарына йыйына, Һибәтуллаһы шуны ишетеп ҡалған да, әсәһе эштә саҡта берҙән-бер һыйырҙарын алып барып ошо йортҡа алыштырып алған. Әсәһе шатланды, ҡыуанысы эсенә һыймай.
Тәрән уйға бирелеп ултырғанында, ҡыҙы ҡапыл: “Әсәй, һин миңә әкиәт һөйләргә вәғәҙәләгәйнең”, - тине. Мөкәрәмә тертләп китте, фекерҙәре тарҡалды. Ҡыҙының сәсен тарап иште лә, башын тубығына һалып әкрен генә һөйләй бапшланы. Борон-борон, тип һалмаҡ ҡына теҙә башлағайны, көнө буйы йүгереп арыған ҡыҙсығы йоҡоға талды.
Ҡатын тағы хәтер йомғағын һүтергә кереште, күҙ алдына әсәһе килеп баҫты. Үҙенең үҫмер сағын, ғәзизенең һөйләгәндәрен иҫенә төшөрҙө.
1920-1921 йылдар, илдә аслыҡ хөкөм һөрә. Көнһылыу менән Ғәлим осон-осҡа ялғап көн күрәләр, етмәһә, ғаиләлә дүрт бала. Ир йөрәгенең ара-тирә сәнсеп алыуына түҙә алмай, аслыҡ-яланғыслыҡ та тамам үҙәгенә үтте. Һәр көндө нисек уҙғарырға белмәй ғазаплана, түҙерлек әмәле ҡалманы. Ҡатыны сабыр, балаларын астан үлтермәйем тип, байға ялланып эшләй. Мөслим байҙың мал-тыуарын, өйөн ҡарау тулыһынса уның иңендә. Эш хаҡын да әйтәйем, байҙың өҫтәленән ҡалған ҡаты-ҡото инде.
Ғәлимде ауырыуы тамам аяҡтан йыҡты, тора ла алмай хәҙер. Ир урындыҡта ята, ара-тирә уфтанып ҡуя. Әкрен генә уҙған ғүмерен барлай. Көнһылыуҙы бәләкәйҙән яратты ул, ҡыҙҙы һаҡлап ҡурсалап алып йөрөнө. Уның шоморт ҡара күҙҙәрен, оҙон толомон төштәрендә күреп уяныр булды, үҫеп танауына еҫ керә башлағас, егет менән ҡыҙ дуҫлашып киттеләр. Икеһе лә ярлы ғаиләнән. Бер көн килеп Көнһылыуҙың әсәһе ҡыҙын оло йәштәге байға кәләшлеккә бирергә йыйыныуын ишетеү менән, Ғәлим ризалығы менән һөйгәнен урланы ла алып ҡайтты. Шуларҙы иҫләп ята торғас, Ғәлим Көнһылыуҙы эргәһенә саҡырҙы.
- Һөйөклөм, Хоҙай миңә ғүмерҙе һанаулы ғына биргән. Исмаһам һин оҙаҡ йәшә. Бел, мин һине бик ныҡ яратам, - тине ауыр тын алып. Ир менән ҡатындың йәш тулы, тәрән һағышлы күҙҙәре бер-береһенә мөлдөрәп ҡараны. Эре-эре күҙ йәштәре субырлап биттәренә төштө.
- Атаһы, ниңә юҡты һөйләйһең, йәшәйбеҙ әле беҙ һинең менән, - тип шыбырланы Көнһылыу.
Иртәгәһенә Ғәлим донъя ҡуйҙы. Аслыҡҡа түҙер әмәлдәре ҡалмаған ғаиләнең иңенә күтәрә алмаҫлык ауыр ҡайғы ятты. Көнһылыуҙың хәл алырлыҡ та әмәле юҡ, көндән-көн бөтөрөнә, аяҡ-ҡулдары шешенә башланы. Бер көн иртә таңда торҙо ла: “Ғәлим, минең дә һинең артыңдан барырға күп ҡалманы. Ғәзиз балаҡайҙарыбыҙ ғына ни эшләр?” - тип, үлгән ире менән һөйләште, өҙгөләнде. Иртәгәһенә кис ауышҡас, Көнһылыу баҡыйлыҡҡа күсте.
Хафиза өләсәйҙәренең дә ауыҙын асһа үпкәһе күренеп тора, шулай ҙа етем ҡалған дүрт баланы үҙенә алып ҡайтты. Ғаязға - 8, Мөкәрәмәгә - 10, Илшатҡа - 14, Маратҡа 16 йәш ине.
Оҙаҡ уйлағандан һуң Марат ҡустыларын алып ҡаҙаҡ далаларына йәйәүләп сығып китәләр. Тәүҙә ауылдан-ауылға йөрөп хәйер һорашалар, әҙ булһа ла тамаҡ ялғайҙар. Артабан кешеләрҙән һораша-һораша юлдарын дауам итәләр. Үҙебеҙҙең урманлыҡтарҙы үткәс, икһеҙ-сикһеҙ дала башлана. Аслыҡ үҙенекен эшләй, балаларҙың әлһерәй, хәлдәре бөтә. Бәләкәс Ғаяз бөтөнләй хәлдән тая, уны ағалары күтәреп алып бара. Юлдарында бәләкәй генә өйгә тап булалар. Яҡынлашҡан һайын балаларҙың йөрәктәре дөп-дөп тибә башлай. Һаҡ ҡына ишекте асалар, эстә бер кем дә юҡ, әммә ут йылыһы бар. Балалар арыған, бер тәғәм ризыҡтары юҡ. Ахырҙа улар Ғаязды ҡалдырып, урманға аҙыҡ эҙләп сығалар. Ерҙә үҫкән үләндәрҙе йыйып алып ҡайталар. Ә өйгә ингәс ҡустыларының үле кәүҙәһен күреп, бер-береһен ҡосаҡлап илай башлайҙар. Шул ваҡыт өй хужаһы ҡайтып инә, ул балаларға аптырап ҡарай.
- Нимә эшләп йөрөйһөгөҙ бында? - тип һорай ҡаҙаҡ бабайы.
Ҡаҙаҡтарҙың теле башҡорттарҙыҡына оҡшаш бит, малайҙар ата-әсәһенең һәм ҡустыһының һәләк булыуын аңлатып бирәләр. Йыйған үләндәренән бабай аш бешереп ашата. Ҡустыларын ерләшергә булыша. Юлдарына аҙыҡ биреп Ҡостанай яғына нисек барырға икәнен күрһәтеп, оҙатып ҡала. Малайҙар ары китәләр, бер нисә көндән кисләтеп кенә бер бай өйөнөң ишеген шаҡыйҙар. Ҡаҙаҡ байы Абрай уларҙы ишек алдына индерә. Ҡайһы яҡтан булыуҙарын һораша. Балалар Башҡортостандан, Илсе ауылынан килеүҙәрен һөйләп бирәләр. Аслыҡтан һәм оҙон юлдан йонсоған ҡустыһы Илшат арып урындыҡҡа барып ята. Марат шундуҡ ең һыҙғанып эшкә тотона. Байҙың мал-тыуары ишле, Абрай ҙа екеренмәй, яратып ҡына, яғымлы һүҙҙәр менән эшкә ҡуша. Үҫмерҙең шатлығы эсенә һыймай. Тик ҡустыһының хәле көндән-көн насарая барыуына һыҙлана. Ә инде бер көн килеп Ғаяз вафат булып ҡуя. Марат яланда көтөү көткәнендә ергә ятып тәгәрәй-тәгәрәй илай. Абрай ғына күреп ҡалмаһын, тип.
Йылдар үтә тора, Мараттың да күңеле болоҡһой. Һеңлеһен иҫенә төшөрә, үлгәндер инде, тип эстән генә һыҙына. Өләсәһенең дә йәше оло инде. Ошо көндәрҙә генә һеңлеһенең ике балаһы булып, байтаҡ нужа күреүен генә белмәй ул.
Абрай бай Маратты улылай яҡын күрә. Уҡытып кеше итә. Егет тә уны ташламай, олоғайған көнөндә ҡарай. Ҡаҙағстанға бөтөнләй ерегә, тыуған төйәгеләй ҡабул итә.
Марат ҡустылары менән ҡаҙаҡ далаларына сығып киткәс, тыуған яғында бик күп үҙгәрештәр була. Мөкәрәмә һеңлеһе һылыу ҡыҙ булып буй еткерә. Өләсәһе уны көсләп үҙенән 20 йәшкә оло Ҡадир тигән кешегә кейәүгә бирә. Бармайым тип күпме генә тартҡылашмаһын, тыңламай. Хатта сыбыҡ менән эләктереп ала. Ҡадир менән бер йыл йәшәп ҡала, ир һәләк була. Мөкәрәмә ни ҡылырға белмәй бригадирға эш һорап бара. Бер көн уны атҡа ултыртып әллә ҡайҙа алып китәләр. Урман юлы һикәлтәле, төн ауышҡас ниндәйҙер ауылға инеп йоҡлап сығалар. Икенсе көнөнә һуңлатып ҡына тәғәйен урындарына барып етәләр. Өй тиһәң, өй түгел, ишек тәҙрәһенән урам күренә. Уртала тимер мейес, уның да йылыһы ары торһон. Шунда ғына күрин ҡырҡырға килгәнен аңлай ҡатын. Уның кеүектәр бында бихисап. Улар менән бер рәттән эшкә егелә Мөкәрәмә. Михнәтте күп күрә, яҙ еткәс кешеләр ауырыша башлай, берәүҙәре ауырлыҡҡа түҙә алмай ҡаса. Кире тотоп килтерәләр. Мөкәрәмә лә ҡасыу тураһында йыш уйлай, әммә барыбер тотасаҡтар, тип ниәтенән һүрелә. Бер аҙҙан үҙенән өлкән апайҙар менән бүрәнә ағыҙа башлай. Ауыр-ауыр бүрәнәләрҙе күтәреп өйәләр, йылғаға төшөрөп ағас менән нығыталар. Бер мәл аяғы тайып китеп Мөкәрәмә һыуға йығылып төшә, көслө ағым уны аҫҡа һөйрәй башлай. Яр ситендәге ике ирҙең береһе уны ҡотҡарырға һикерә. Яҙғы ташҡын аямай, йә өҫкә сығара, йә батыра. Яр башындағылар арҡан да ырғытып ҡарай, ләкин тотоноп өлгөрмәйҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән шул саҡ ир аунаған ағасҡа тотоноп Мөкәрәмәне көс-хәл менән эләктереп ала. Уны ярға сығарғанда иҫһеҙ була, тиҙ ярҙам күрһәтеп, саҡ аңына килтерәләр. Иҫенә килеү менән үҙенең ҡотҡарыусыһын ҡосаҡлап ала, рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыра. Бер-береһен шундуҡ оҡшаталар, осраша башлайҙар. Баҡтиһәң, Хисмәтулла Мөкәрәмәгә күптән күҙ һалып йөрөгән. Егет бәләкәйҙән етем ҡалған, ике туған апаһында үҫә. Уңған, эшкә шәп үҫмерҙе уллыҡҡа ла һорап киләләр, әммә Флүзә апаһы бирмәй.
Күп тә үтмәй Хисмәтулла менән Мөкәрәмә бергә йәшәй башлайҙар. Донъялары һәүетемсә генә алға бара. Йәштәр үҙҙәренә өй һалып сығалар, мөхәбәттәренә сорналып тормош көтәләр. Һөйөү емеше - улдары тыуа. Әммә ҡыуаныстары күпкә бармай, сабыйҙары йәше тулғас, сәсәк ауырыуынан үлә. Икенсе улының да ғүмере ҡыҫҡа була. 1931 йылда малайҙары Һибәтулла донъяға килә. Уға исем ҡушып бәпәй туйы үткәрәләр. Хисмәтулла Ильинка приискыһында шахтала эшләй. Мөкәрәмә йәш балаһы менән өйҙә ултыра. Ғаилә татыу йәшәй, ирен эштән һағынып көтөп ала һәм хәүефләнеп оҙатып ҡала, ни тиһәң дә шахтала эшләй бит. Мөкәрәмә тағы бала теләй, әммә тыуғандары ниңәлер бер йәшкә етеп үлеп тора. Ике ҡыҙҙарын, ике улдарын ерләйҙәр. 1941 йылдың 16 мартында тағы ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Флүрә тип исем ҡушалар. Әбейҙәрҙең әйтеүе буйынса, балалары үлеп торғас, быныһын тәҙрә аша һатып алалар. Ҡыҙыҡай теремек булып үҫә, иркәләп бәпләп кенә торалар үҙен.
Тыныс тормошто боҙоп дәһшәтле һуғыш башлана. 1941 йылдың июнендә Хисмәтулланы фронтҡа алалар, Мөкәрәмә һөйөклөһөн күҙ йәштәре менән оҙатып ҡала. Оҙаҡламай тәүге хаты килә.
“Мин шинелемә төймә баҫам, Хәмит хат яҙа, Сабит гармун уйнай, Талип йырлай, ә урыҫтар ауыҙҙарын асып ихлас тыңлай. Бына мин дә яҙырға булдым, иртәгә Днепр йылғаһын кисеп сығырға тейешбеҙ. Һау булайыҡ, әлегә хушлашмайбыҙ. Һинең Хисмәтуллаң”, - тип яҙа. Икенсе хатында һуғышҡа инеүҙәре хаҡында белдертә.
Тылда һуғыш булмаһа ла, аслығы-яланғыслығы йөҙәтә. Халыҡ эшкә егелә. Йәйгә аяҡ баҫҡас, ҡарты-йәше малдарын алып ҡырға күсеп сығалар. Ураҡ мәленең бер көнөндә иртә таң менән мейескә ут яғып Мөкәрәмә ураҡҡа китә. Флүрә йоҡлай, улы үгеҙ ҡарай. Бер мәл ҡыуыштары яғынан ниндәйҙер сытырлаған ят тауыш ишетелә. Һибәтулла аптырап бар эшен ташлап шунда йүгерә. Нимә күрә - ҡыуыштары сытырлап яна. Нимә эшләргә белмәй: “Әсәй, әсәй!” - тип һөрәнләй башлай. Ҡыуышты әйләнеп йүгерә һәм күҙ асып йомған арала утлы ҡыуыш эсенә атылып инә. Янған ишек өҫтөнә ишелеп төшә, йоҡлаған һеңлеһен ҡыуыш тәҙрәһе аша тышҡа ырғыта ла, үҙе сығырға була. Әммә сығып өлгөрмәй, тәҙрә ишелеп төшә. Ярты кәүҙәһе ут эсендә ҡала, асырғанып ҡысҡырған тауышҡа әсәһе килеп етә. Һибәтулланы көс-хәл менән тартып алалар. Ҡыуыш ялҡынланып яна башлай. Мөкәрәмә ике балаһының да иҫһеҙ ятыуын күреп, үҙе лә һушһыҙ йығыла.
Ул ваҡытта ат юҡ, колхозда егеүле үгеҙ генә. Арбаға тейәп уларҙы ауылға алып ҡайталар, дауаханаға баралар. Ҡыҙының аяҡ-ҡулдары, ярты кәүҙәһе ныҡ янған, ә улының ике аяғы ныҡ бешкән. Ул ваҡытта дарыу-фәлән юҡ. Ыҙалап тигәндәй бер айҙы үткәрәләр. Мөкәрәмә балалары эргәһендә ике ай була ла, эшенә ҡайта. Бармаҫ ине лә, ғәзиздәрен кем ашатһын?! Һибәтулла һеңлеһе менән тағы ун биш көнләп ята. Яралар ҡутырлай, атлап йөрөрлөк түгел, ярыла. Эшселәр ҡырҙан ҡайта, Мөкәрәмә лә өйөн йыйыштырып, балаларын көтә.
Ҡырҙан ҡайтҡас, барыһы ла малдарын көтөүгә ҡыуалар. Икенсе көнөнә көтөүсегә бүреләр ташланғанын ишетәләр. Яҡында кәбән булмаһа, өҙгөләп ташларҙар ине, валлаһи, тиҙәр. Бүреләр ҡурҡмай ауылға ла килә башлай. Бер көн көпә-көндөҙ малдарҙы өйөрө менән ауылға ҡыуып индерәләр. Уларҙың өйө ситтә булғас, бер нисә һарыҡ ел ҡапҡаны ауҙара һуғып, ҡураға өркөп килеп инә. Асыҡ торған ишек аша үтеп, тәҙрәне ватып, быяла өлгө менән бергә тышҡа һикерә лә хырылдай башлай, бүре боғаҙлаған еренән ҡан аға. Хәҙер нимә эшләргә тип аптырап торғанында, улы әсәһенә бысаҡ бирә. “Әсәй, мин асыҡтым, һуяйыҡ, ит булыр, исмаһам”, - ти. Мөкәрәмә шунда ғына иҫенә килә, белгән доғаһын уҡып, салып ебәрә. Илаған һеңлеһен ағаһы өйгә алып инә.
Көн артынан көн үтә. Хисмәтулланан да хат-хәбәр юҡ. Бына бер көн хат ташыусы килеп инә. Мөкәрәмә ҡыуана, әммә Гөлбаныуҙың күңелһеҙ икәнен күреп, артҡа сигенә. Уның ҡулында - ҡара ҡағыҙ. Ҡыҙы бәләкәс, бер нимә аңламай. Улы тышҡа сыға ла әкрен генә һыҡтай башлай. Бер уларҙың ғына башына төшкән ҡайғы түгел был, ҡара ҡағыҙ өй беренсә килеп тора.
Һуғыш бөтә, халыҡ иркен тын алып ҡуя. Шатланып, һағышланып яҡындарын фронттан көтәләр. Иҫән ҡалғандар яйлап ҡайта башлай. Кеме - ҡулһыҙ, кеме -аяҡһыҙ, күҙһеҙ тигәндәй. Мөкәрәмә лә өмөтөн өҙмәй, һаман ирен көтә. Һуғыштан һуң да тормош еңеләймәй әле, йәшәүе ауыр була.
1946 йыл, ҡырҙан күсеп ҡайтып өйҙәрен рәтләп алғас, Мөкәрәмә балаларын йоҡларға һала ла, һыйыр һауырға сыға. Көтмәгәндә йәшен йәшнәп ямғыр яуа башлай. Ҡатын йорто яғына әйләнеп ҡараһа, өйө яна. Йүгереп өйгә инә, шул арала ялҡын тотош өйҙө ялмап ала. Мөкәрәмә балаларын алып сығырға саҡ өлгөрә, барлы-юҡлы мөлкәте янып көлгә әйләнә. Мөкәрәмә бер ҡат әйберҙә, ике балаһы менән урамда тороп ҡала. Иртәгәһенә ярҙам һорап колхоз идаралығына бара, әммә унда ла күңелен йыуатырлыҡ бер һүҙ әйтмәйҙәр. Миндияр ағай менән Гөлиза еңгәгә рәхмәт, ваҡытлыса үҙҙәренә индерәләр. Рәйестән ярҙам булмағас, Мөкәрәмә ауыл ситендә буш торған өйгә күсеп сыға. Уның хужаһы аслыҡтан донъя ҡуйған була. Һуңынан мәрхүмдең ағай-энеләрен табып ризалыҡтарын ала.
Кейем дә, ашарға ризыҡтары ла юҡ. Он яҙҙырып алып, саҡҡа аяҡҡа баҫалар. Шулай көндәр үтә тора. Һибәтулла ҡул араһына инеп эшләп йөрөй, тормоштары ла әкренләп яҡшыра. Мөкәрәмә лә еңел тын алып йәшәй башланы.
Шул саҡ ҡатын уйынан һиҫкәнеп, урындыҡтан торҙо. Иҙерәп йоҡлаған ҡыҙын күсереп һалды. Йүгеп йөрөп аш-һыу әҙерләргә тотондо, хәҙер улы – ҡолонсағы ҡайтасаҡ, берҙән-бер терәге. Тимәк, тормош дауам итә әле...