Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 13:29

Тун һатып байырға булғандар

Тун һатып байырға булғандарШәшке тунды ҡатын-ҡыҙҙар ғына яратамы тиһәк, баҡтиһәң, ир-аттарҙа был зиннәтле кейемгә битараф түгел икән. Өфөнән берәү Екатеринбургтан килгән өс дуҫы менән автомобилдә Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығып киткән. Ләкин республикабыҙҙың тәбиғәтенә һоҡланып, урман-ҡырҙар ҡарап йөрөмәгән улар, еңел юл менән кеҫәләрен ҡалынайтмаҡсы булғандар. Әйткәндәй, ниәттәренә ирешкәндәр. Төн етеү менән магазиндарға төшөп, унда эленеп торған иң ҡиммәтле тундарға “һөжүм” яһағандар.

Шәшке тунды ҡатын-ҡыҙҙар ғына яратамы тиһәк, баҡтиһәң, ир-аттарҙа был зиннәтле кейемгә битараф түгел икән. Өфөнән берәү Екатеринбургтан килгән өс дуҫы менән автомобилдә Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығып киткән. Ләкин республикабыҙҙың тәбиғәтенә һоҡланып, урман-ҡырҙар ҡарап йөрөмәгән улар, еңел юл менән кеҫәләрен ҡалынайтмаҡсы булғандар. Әйткәндәй, ниәттәренә ирешкәндәр. Төн етеү менән магазиндарға төшөп, унда эленеп торған иң ҡиммәтле тундарға “һөжүм” яһағандар. Урланған әйберҙе шундуҡ һатып ебәргәндәр (алыусылары ла тиҙ табыла, арзан тун тәҡдим иткәндә, урланғанмы-юҡмы, тип ҡыҙыҡһынып та тормай алыусылары) тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығы. Ә бына Нефтекамскиҙа урларға өлгөргәндәрен һатырға өлгөрмәй ҡалалар, тотолалар. Енәйәтселәр 2,5 миллион һумлыҡ шәшке тун урлаған булып сыға.
Уғрылыҡ факттары буйынса өс енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ирҙәр һаҡ аҫтына алынған.
Читайте нас: