Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
20 Сентябрь 2019, 10:54

Хирургия корпусы төҙөлә башланы

- Был ни хәл? Үҙәк ҡала дауа-ханаһын ҡоршап алғандар, поликлиникаға үтеп булмай, - урамда осраҡлы ғына тап булған танышымды туҡтатып алырлыҡ та түгел.

- Был ни хәл? Үҙәк ҡала дауаханаһын ҡоршап алғандар, поликлиникаға үтеп булмай, - урамда осраҡлы ғына тап булған танышымды туҡтатып алырлыҡ та түгел.

Тәүҙә хәбәренең асылына төшөнә алмай бер килке шаңҡып торҙом. Нисек инде, дауаханаға үтеп булмай? Һәр ваҡыттағыса башҡа йүнле уй кермәй бит инде, берәй ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡтымы икән, тип борсолоп ҡуйҙым. Шундуҡ үҙәк ҡала дауаханаһына шылтыраттым.

Ысынлап та, «ғәҙәттән тыш хәл» булып ята икән. Нисә йылдар түҙемһеҙлек менән көткән, көтә торғас, инде күптән ҡул һелтәгән яңы хирургия корпусына нигеҙ һалына башлаған, тип хәбәр иттеләр. Учалылар өсөн һөйөнөслө ваҡиға! Был тарихи мәлде үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡалыу өсөн, йәһәт кенә төҙөлөш урынына «һыпырттыҡ».

Бында, ысынлап та, ҙур төҙөлөш бара. Яңы корпус урынлашасаҡ майҙансыҡты, хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы, тимер ҡойма менән уратып алғандар. Дауаханаға килеүселәргә икенсе ерҙән урап үтергә тура килә. Баяғы танышым аңын-тоңон белмәй ошо турала һөйләгән икән. Өс ҡатлы хирургия корпусын киләһе йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтөп тап-шырырыға тейештәр. Яңы корпус травматология бинаһы ҡаршыһында ҡалҡып сығасаҡ. Подрядсы ойошманы билдәләүгә июль айында аукцион үткән булған.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2 августта Өфөнән «Новая техника» йәмғиәте менән контракт төҙөлгән.

Субподрядсыһы Учалынан «Регионстрой» йәмғиәте. Объекттың заказсыһы - БР-ҙың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Әлеге ваҡытта ойошма бинаның нигеҙе өсөн соҡор ҡаҙыу менән мәшғүл. Төҙөлөш майҙанында тиҫтә-тиҫтә кеше, 9 «КамАЗ» машинаһы, экскаватор, тейәү-бушатыу техникаһы эшләй.

Геодезист Вәлит Исламов нивелир, тип аталған махсус ҡорамал менән тигеҙлекте тикшерә. Бинаның нигеҙе тип-тигеҙ, ауышһыҙ булһын өсөн кәрәк ул. Геодезистың аппаратынан күпме генә ҡарап маташһаҡ та, бер нимә лә күрмәнек. Һәр ҡорамалға үҙенең оҫтаһы кәрәк шул.

«Регионстрой» йәмғиәте директоры Марат Мәсәлимов предприятиеның эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ойошма төбәгебеҙҙә генә түгел, республикала һәм уның сиктәрендә ярайһы ғына билдәлелек яулап өлгөргән икән.

- Предприятиебыҙ ике йыл элек барлыҡҡа килһә лә, кадрҙарыбыҙ ышаныслы, тәжрибәле. Ҙур объектты төҙөргә эшсе ҡулдар күп кәрәк буласаҡ, шуға ла әлеге мәлдә ситтә командировкала булған үҙебеҙҙең Учалы егеттәрен саҡыртып ҡайтарырға уйлайбыҙ, - ти Марат Илдус улы.

Участка начальнигы ла бында икән, Артур Хәйерзамановты бихисап һорауҙар менән күмеп ташланыҡ. Корпустың ниндәйерәк буласағын тиҙерәк белге килә бит.

- Бөгөнгө көндә фундамент күтәреү өсөн урын әҙерләйбеҙ. Күреүегеҙсә, ер йомшаҡ, техникаға ҡаҙыуы ауыр түгел. Эш күләме ҙур, объекты ла яуаплы. Бер йыл эсендә төҙөп ҡуйырға тейешбеҙ, шуға ла тырышырға кәрәк. Бинаның үлсәме 40 метрға 60 метр буласаҡ. Өс ҡатлы, ҡыҙыл кирбестән, сатырлы түбәле корпус төҙөйәсәкбеҙ, - тип аңлатты участка начальнигы.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының 1967 йылда төҙөлгән хирургия бинаһы торошо хәҙер инде заман талаптары һәм нормаларына бөтөнләй тап килмәй. Төҙөлгән ваҡытта яҡынса 19-25 мең кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән булған, ә бөгөнгө көндә ҡала-районыбыҙҙа 78 мең кеше йәшәй. Шуға ла учалы-лар өсөн яңы корпус бөгөнгө көндә бик кәрәк.

Иҫкеһендә персоналдарға ла, дауаланыусыларға ла уңайлы шарттар юҡ. Хирургия карауаттары менән тәьмин ителеш насар. Бинаны ваҡыты менән буяп-һылап торһалар ҙа, капиталь ремонт бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән. Тишектәрҙе ямауҙан ғына проблеманы бер нисек тә хәл итерлек түгел. Бүлмәләр тар, палаталарға ауырыуҙар тығыҙ урынлаштырыла. Өс ҡатлы бинала лифт юҡ, шул уҡ ваҡытта лабораториялар, рентген кабинеттары аҫта булһа, операция һәм реанимация бүлектәре - иң юғарыла. Был хәл ашығыс хирургия ярҙамына кире йоғонто яһай.

Медицина хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙарҙы носилкаларға һалып беренсе ҡаттан өҫкө ҡатҡа күтәреп йөрөтөргә мәжбүрҙәр. Сантехника, электро-техника системаларының иҫкелеге пациенттарҙың да, персоналдың да хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Операция блогында наркоз аппаратураһын һаҡлау, йы-уыу, стерилләү бүлмәләре юҡ, елләтеү системаһы тейешле микроклиматты тотоу, һауаның таҙалығын тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә түгел.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Учалыға эш сәфәре менән килгәндә мотлаҡ яңы хирургия корпусы төҙөләсәк, тип вәғәҙә биргәйне, һүҙендә торҙо. Һөйләшеү барышында иҫкеһен капиталь ремонтлау ҙа телгә алынды.

1998 йылдан бирле вәғәҙәләнгән объектҡа нигеҙ һалына, боҙ урынынан ҡуҙғалды! Хәйерле сәғәттә, тип теләйек!



Читайте нас: