Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
20 Сентябрь 2019, 16:01

Софьяны ниңә балалар баҡсаһына алмайҙар?

Башҡортостанда 2 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ғәҙәти булмаған тышҡы ҡиәфәте өсөн балалар баҡсаһына алмайҙар Софья Ғиззәтуллина тыумыштан зәғиф - йөҙөнөң формаһы боҙолған, ҡул һәм аяҡ бармаҡтары бер-береһенә йәбешеп үҫкән. Шул арҡала уны балалар баҡсаһына алыуҙан баш тартҡандар. Әле ҡыҙ ата-әсәһе, олатаһы һәм өләсәһе менән Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылында йәшәй. Сығанаҡ: Башҡортостаным яңылыҡтары, ufacitynews.ru

Башҡортостанда 2 йәшлек ҡыҙыҡайҙы ғәҙәти булмаған тышҡы ҡиәфәте өсөн балалар баҡсаһына алмайҙар


Софья Ғиззәтуллина тыумыштан зәғиф - йөҙөнөң формаһы боҙолған, ҡул һәм аяҡ бармаҡтары бер-береһенә йәбешеп үҫкән. Шул арҡала уны балалар баҡсаһына алыуҙан баш тартҡандар. Әле ҡыҙ ата-әсәһе, олатаһы һәм өләсәһе менән Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылында йәшәй. Ләкин ғаилә йәшәмәй, ә йәшәү өсөн көрәшә.


Ошо көндәрҙә уларға «Изгелек Йәйғоро» фонды ирекмәне килгән һәм күргәндәренән тетрәнгән.


— Улар бик ярлы йәшәй. Өйҙә һыу ҙа, мунса ла юҡ. Йыуынырға күршеләренә йөрөйҙәр, - тип һөйләй Регина Биргулиева. - Газды өҙгәндәр, сөнки плитә иҫке, ремонтлап булмай.


Софьяның атаһы Стәрлетамаҡта водитель булып эшләй. Уның эш хаҡы - 10 мең һум. Аҡса ҡыҙына памперс һәм дарыу алырға ғына етә. Олатай менән өләсәйҙең пенсияһына ашарға һатып алалар һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйҙәр. Софьяның әсәһе Светлана эшкә сыға алмай - уларға балалар баҡсаһында урын бирмәгәндәр, сөнки ҡыҙыҡай башҡа балаларҙан ныҡ айырылып тора.


— Әсәгә, Софья балаларҙы ҡурҡытыр, тигәндәр. Үҙенең шундай булып тыуғанына бала ғәйеплеме ни? Софья - ҡәҙимге бала. Атлай, уйнай, ишетә, күрә, тыныс ҡына ашай. Өҫтәүенә ҡыҙыҡай шундай алсаҡ, үҙенә дуҫтар ҙа табыр ине, - ти Регина.


Светлана бер нисә тапҡыр Стәрлетамаҡтағы «Ғаилә» социаль үҙәгенә мөрәжәғәт иткән, ләкин ҡыҙыҡайға, инвалид булһа ла, бер тапҡыр ҙа бушлай памперс, аҙыҡ, кейем-һалым бирмәгәндәр. Хеҙмәткәрҙәр ғаиләгә килеп, операция менән ярҙам итергә вәғәҙәләгәндәр, ләкин барыһы ла һүҙҙә генә ҡалған.


Ошо ял көндәрендә Регина йәнә уларға бара. Ул һыу йылытҡысты йүнәтергә, яңы плитә һатып алырға, иң мөһиме, баланың документтарын йыйып, операция менән ярҙам итергә теләй.


— 21 сентябрҙә Өфөгә Мәскәү белгесе килә. Беҙ ҡыҙыҡайҙы күрһәтергә, унан Республика балалар клиник дауаханаһына йәки Мәскәү дауаханаһына йүнәлтмә алырға һөйләштек. Операция өсөн кәрәкле сумма 21-енән һуң

ғына билдәле була. Әле аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға һәм участкаға коммуникациялар үткәреү өсөн аҡса йыябыҙ, - тине Регина.


Сығанаҡ: Башҡортостаным яңылыҡтары, ufacitynews.ru
Читайте нас: