Был донъя ҡайҙа тәгәрәйҙер, ҡайһы бер әҙәм аҡтыҡтарынын ҡылмышы бөтөнләй аптырашта ҡалдыра. Хәҙер бурҙарға мәсеткә төшөп аҡса урлау бер ни тормай. Мәҫәлән, уҙған аҙнала енәйәтселәр төнөн Өфө эргәһендәге иман йортона төшәләр. Повалдың пластик тәҙрәһе аша эскә инеп һәм хәйер һалынған йәшникте асып 40 мең һум аҡса урлайҙар. Аҡса юғалыуын иртәгәһенә хәҙрәт асыҡлай.