Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 16:50

Һыйырҙар юғалған

Дыуан районында бер көтөү мал юғалғаны тураһында хәбәр итәләр. Ләмәҙ ауылында йәшәүсе полицияға һыйырҙар юғалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ҡатындың әйтеүенсә, 309 баш һыйыр ирекле көтөүҙән ҡайтмай.

Дыуан районында бер көтөү мал юғалғаны тураһында хәбәр итәләр. Ләмәҙ ауылында йәшәүсе полицияға һыйырҙар юғалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ҡатындың әйтеүенсә, 309 баш һыйыр ирекле көтөүҙән ҡайтмай. Полицияға ғариза менән Ләмәҙ ауылы кешеһе мөрәжәғәт иткән. Ҡатын ирекле көтөүҙән урындағы ауыл хужалығы кооперативының 309 һыйыры ҡайтмағанын әйтә. Бәлки, ҡайтырҙар, тип таң атҡанын көтәләр, әммә бушҡа. Ахырҙа полицияға киләләр. Шулай ҙа эҙләй торғас 76 һыйырҙы ауылдан 20 километр ситтә табып алалар, ә ҡалған 233-ө башы менән юҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был көтөүҙең уртаса хаҡы 10 миллион һум икән. Ярай ҙа аҙашып ҡына йөрөһәләр. Шулай, йәмәғәт, аттар ғына түгел, һыйыр малы ла тик торғандан аяҡлана хәҙерге заманда. Табыла күрһендәр инде.
Читайте нас: