Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Сентябрь 2019, 17:26

Үгеҙ хужаһын үлтергән

Кемдең ҡоторған үгеҙ күргәне бар? Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән хайуан юлына осрағандарҙың береһен дә аямай. Баймаҡ районының бер ауылында шуға бәйле кисә фажиғәле хәл теркәлә. 67 йәшлек пенсионерҙы ярһыған үгеҙ һөҙә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, хайуан һарайға һимертергә ҡуйылған булған.

Кемдең ҡоторған үгеҙ күргәне бар? Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән хайуан юлына осрағандарҙың береһен дә аямай. Баймаҡ районының бер ауылында шуға бәйле кисә фажиғәле хәл теркәлә. 67 йәшлек пенсионерҙы ярһыған үгеҙ һөҙә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, хайуан һарайға һимертергә ҡуйылған булған. Хужаһы көндәгесә малды ҡуранан сығарған мәлдә, тегеһе ниндәйҙер сәбәп менән уға ташлана. Осло мөгөҙө менән бер нисә тапҡыр йәрәхәтләй. Ҡаты яраларҙан пенсионер фажиғә урынында һәләк була. Күрәләтә йыртҡысҡа әйләнгән йорт малынының бындай ҡылығы бик сәйер, төп сәбәбе аңлайышһыҙ килеш ҡала. Шуныһы мәғлүм, БР Ветеринария идаралығы хәбәр итеүенсә үгеҙгә апрель айында ҡоторуға ҡаршы вакцина эшләнгән булған. Ҡотороу сиренең тышҡы билдәләре күренмәй, тиҙәр. Хайуанды карантинға япҡандар. Ваҡиға буйынса Тикшереү комитеты эш ҡуҙғатҡан.
Читайте нас: