Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Сентябрь 2019, 17:48

Көндәр тағы йылыта тиҙәр

Ололарҙың: “Хәҙерге заманда кешеләр генә түгел, һауа торошо ла үҙгәреп бөттө”, - тигәне дөрөҫ. Иртәгәһе көндөң ниндәй булырын береһе лә аныҡ ҡына әйтә алмай, синоптиктарға ла ышаныс юҡ. Әле генә ҡар яуып, тәнде генә түгел, күңелдәрҙе лә “өшөтөп” ебәргәйне, синоптиктар киләһе аҙнала йылыта, тип ҡыуандыра. Хатта +20 градусҡа етә, тип ебәрәләр.

Ололарҙың: “Хәҙерге заманда кешеләр генә түгел, һауа торошо ла үҙгәреп бөттө”, - тигәне дөрөҫ. Иртәгәһе көндөң ниндәй булырын береһе лә аныҡ ҡына әйтә алмай, синоптиктарға ла ышаныс юҡ. Әле генә ҡар яуып, тәнде генә түгел, күңелдәрҙе лә “өшөтөп” ебәргәйне, синоптиктар киләһе аҙнала йылыта, тип ҡыуандыра. Хатта +20 градусҡа етә, тип ебәрәләр. Ул тиклем уҡ булмаһа ла, аҙна башында термометр бағанаһының +9, +10 градусҡа тиклем, аҙна дауамында +14, +17 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Төнгөһөн 0, +3 градус күрһәтә. Кемдәр йорт-ҡура тирәһендә эшен бөтмәгән, йәһәтләп ҡалырға тырышығыҙ. Әбейҙәр сыуағы әҙ булды, тип һуҡрана торғас, әбейҙәр сыуағы - күңелдәре булһын тип, ҡабаттан әйләнеп килергә уйлай, шикелле. Көтәбеҙ!
Читайте нас: