Әле бына кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Динар Зәйнуллин Софьяға Мәскәүҙә бюджет иҫәбенә операция яһаясаҡтарын, балалар баҡсаһында уға урын әҙерләнгәнен, хәҙер ике бүлмәле фатир бирергә йыйыныуҙарын хәбәр итә. Динар Зәйнуллин ҡыҙсыҡ тураһында социаль селтәрҙә барған шау-шыуҙан һуң район хакимиәтендә лә һорау күтәрелеүен, хәл тирәләй етәкселектең аңлатма биреүен әйтә. Бер нисә көн ығы-зығы ҡупҡандан һуң урындағы власть вәкилдәре хатта райондағы бөтә инвалидтарҙы йөрөп сыҡҡандар икән. Әйткәндәй, был хәлде республика Башлығы Радий Хәбиров контролгә алғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ, әлеге ваҡытта үҙ белдектәре менән эшләүселәр һирәк, шикелле. Барыһына ла Радий Фәрит улы әйтеп, өйрәтеп торорға тейеш. Хатта фатирҙарға йылыны ла Радий Фәрит улы әйткәс кенә бирҙеләр түгелме һуң?