Хәл былай була, ағаһы Силәбенән тыуған йортона ҡунаҡҡа ҡайта. Ағалы-ҡустылы мәжлес ҡора, һуңынан ниндәйҙер сәбәп менән һүҙгә килешәләр. Һуғыша башлайҙар, ағаһы күп уйлап тормай бысаҡҡа йәбешә. Ирҙәрҙең береһен дауаханаға оҙаталар, операция эшләйҙәр. Ә инде “ҡунаҡты” ҡылмышы өсөн полицияға алып китергә тура килә.