-1 октябрҙә ел көнө буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр
-Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа
-Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ - япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр
- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер
- Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр
- Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер
- 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ