Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 17:01

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы уҙа

5 октябрь көнө, Республика көнө алдынан, Учалы ҡалаһы "Йәшел Башҡортостан" тигән масштаблы акцияға ҡушыласаҡ. Был көндө Бурансы биҫтәһенең Энергетиктар урамында һәм ҡаланың Мортазин урамындағы коррекцион мәктәп биләмәһе буйында балан үҫентеләре ултыртыу планлаштыра. Был акцияла һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Йыйылыу урыны һәм ваҡыты тураһында алдан хәбәр ителәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүләп "Йәшел Башҡортостан" акцияһы 2019 йылдың апрелендә уҙғайны. Унда 5 меңдән ашыу учалылар ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та акцияға ҡушылып уның әһәмиәтен тағы ла ҙурлап ебәрҙе. Радий Фәрит улы Илтабан лесничествоһы биләмәһендә Александр Матросов - Шакирйән Мөхәмәтйәнов исемендәге аллеяла ағас ултыртты.
Читайте нас: