Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 17:00

Ғинуарҙан пенсия артасаҡ

Эшләгәндәр – ҡасан эш хаҡы арта, пенсионерҙар – ҡасан пенсиябыҙ артыр инде, тип түҙемһеҙлек менән көтә. Һөйөнсө – пенсия арта!

Эшләгәндәр – ҡасан эш хаҡы арта, пенсионерҙар – ҡасан пенсиябыҙ артыр инде, тип түҙемһеҙлек менән көтә. Һөйөнсө – пенсия арта!
Хаҡлы ялдағылар, күп ҡалмаған! РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2020 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән пенсионерҙарҙың ҡартлыҡ буйынса пенсияларының страховка өлөшө 6,6 процентҡа күтәреләсәк, тип белдерә. Йәғни яҡынса 1 һумға тиҙәр. Яңылыҡ 30 миллион рәсәй кешеһенә ҡағыла.
2020 йылдың 1 апреленән шулай уҡ 2019 йылда пенсионерҙың йәшәү минимумы артыуына ярашлы дәүләт тәьминәте буйынса пенсияны яҡынса 7 процентҡа арттырыу күҙаллана. Илдә бындай сара 4 миллионлаған кешегә ҡағыла, уларҙың 3,2 миллионы социаль пенсия ала.

Читайте нас: