Ташламалы хаҡ менән яҙылығыҙ
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй гәзит-журналдарға яҙылыуҙың ун көнлөгө башлана
3-13 октябрҙә Башҡортостандың бөтә почта бүлексәләрендә һәм "Рәсәй почтаһы" сайтында льготалы тарифтар буйынса Бөтә Рәсәй ун көнлөгө уҙа.
Белеүебеҙсә, был осорҙа федераль ваҡытлы матбуғат сараларына - 10 процент, ә республика һәм ҡала-район гәзит-журналдарына 15 процент ташлама менән яҙылыу мөмкинлеге бар.