Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 15:36

"Театр төнө" күңелле үтте

Һәйтәк ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә “Театр төнө” акцияһына ҡушылды. 20 сентябрҙә ошо сара сиктәрендә “Театрҙың көләс йөҙө” тип исемләнгән ҡыҙыҡлы кисә үткәрҙеләр. Әйткәндәй, клуб хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлеген билдәләп китеү урынлы. Ниндәй генә байрам, иҫтәлекле дата булмаһын, ауыл халҡына мотлаҡ берәй күңелле тамаша әҙерләйҙәр. Кисә үтәсәге тураһында алдан уҡ хәбәр ителде, иғлан яҙып эленде. Кис көнө ауыл халҡы эшен бөтөп тамаша ҡарарға йыйылды, олоһо ла, кесеһе лә килде.

Сара интермедиялар, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Тамашасылар ҙа ситтә ҡалманы, сәхнәгә сығып һәләттәрен күрһәттеләр.

Клуб хеҙмәткәре Мирас Һиҙиәтов сәхнәләштергән “Счетчик”, “8 Март”, “Яңы йыл” мажаралары, “Теләк теләү” кеүек бәләкәй сәхнә әҫәрҙәре шул тиклем мәрәкә булды, халыҡ күҙҙәренән йәштәр сыҡҡансы көлдө. Әлфиә Ғәбиҙуллина, Флүзә Сәғиҙуллина, Айгөл Йосопова, Ғәлиә Сәфиуллина, Ғаян Байморатов ролдәренә инеп, бик килештереп уйнанылар. Һуңынан Мирас Һиҙиәтов үҙҙәренең "Арғымак" театры актерҙарының спектакль ҡуйғандағы ҡызыҡлы мәлдәрен һөйләп ишеттерҙе. Театр ветераны Ғәлиә Сәфиуллина сәхнәләштергән “Кейәү” интермедияһы ла барыһына ла оҡшаны.

Кисә күңелле үтте, тамашасылар ошондай матур сара ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтеп таралышты.

Читайте нас: