Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 15:00

Петросян ярты миллионға ял иткән

Юмор оҫтаһы ошо көндәрҙә 74 йәшен билдәләй. Ошо уңайҙан йәш кәләшен Татьяна Брухунованы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, кеҫәһенә 500 мең һумын һалып Парижға осҡан, тиҙәр.

Күптәрҙең, бигерәк тә олораҡ быуын кешеләренең яратҡан юморисы ошо көндәрҙә тыуған көнөн – 74 йәше тулыуҙы билдәләгән, ТИП ХӘБӘР ИТӘ БАШҠОРТОСТАН.


Был уңайҙан йәш ярҙамсыһы – 30 йәшлек Татьяна Брухунова менән Парижға осҡан. Унда улар бай ҡунаҡханаларҙа туҡтап, яҡшы ресторандарҙа туҡланып, ҡиммәтле бутиктарҙа ғына йөрөгән. Шулай уҡ Парижда «Мулен Руж» тамашаһын ҡарағандар – бер кис Петросянға 25 мең долларға төшкән. Ғөмүмән, отпусктарын киң ҡолас менән, рәхәтләнеп үткәргәндәр. Сена буйында ял итеү ярты миллион һумлыҡ булған.


Элекке ҡатыны Елена Степаненко менән мөлкәт бүлешеп бөтмәү сәбәпле, аҡса иҫәбе «туңдырылыуға» ҡарамаҫтан, тыуған көнөнә аҡсаһын йәлләмәгән юморист.


Әйткәндәй, Степаненко ташлағандан һуң, Петросянды йәлләп бер булғайны халыҡ. Күреүебеҙсә, бабайың бирешмәй: тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.
Читайте нас: