Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 14:00

Һунарсыларға лицензия бирелде

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республика райондарында мышы һәм ҡоралай атыуға квоталар уйнатылды. Быйыл һунар итеүгә рөхсәт алыу өсөн бөтәһе 8732 ғариза теркәлде, шуларҙың 4729-ы — мышыға, 4003 — ҡоралайға. 70 ҡатнашыусы — мышы, 156-һы ҡоралай аулауға рөхсәт уйнатыуҙа еңеп сыҡты.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республика райондарында мышы һәм ҡоралай атыуға квоталар уйнатылды. Комиссияға министр урынбаҫары Илдар Яхин рәйеслек итте.
Быйыл һунар итеүгә рөхсәт алыу өсөн бөтәһе 8732 ғариза теркәлде, шуларҙың 4729-ы — мышыға, 4003 — ҡоралайға. 70 ҡатнашыусы — мышы, 156-һы ҡоралай аулауға рөхсәт уйнатыуҙа еңеп сыҡты.
Был онлайн режимда барҙы һәм YouTube-каналында күрһәтелде. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, 2019 йылда ғаризаларҙың һаны уҙған йәрәбәләр менән сағыштырғанда күберәк. Мышыға квоталарҙың күбеһе (19) Белорет районына тура килә. Ҡоралайға лимиттар буйынса Мәсетле районы алда бара. Уның биләмәһендә 58 хайуанға һунар рөхсәт ителде, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, журналист Рөстәм Сиражетдинов.
Читайте нас: