Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 13:56

Яңы башлыҡтар һайланды

Сентябрь айындағы һайлауҙарҙы, шөкөр, имен-аман ғына үткәреп ебәрҙек. Ауылдарҙа биләмә башлыҡтарын һайланыҡ. Ауыл биләмәһе башлығыдепутаттарҙың күпселек тауышы менән һайлана. Алдан уҡ хәбәр иткәйнек, бығатиклем эшләп килгән 18 ауыл ултырағы башлыҡтарының ҡап яртыһы ғына киләһе ауылСоветтары депутаттары һайлауҙа ҡатнашты, унауы бөтөнләй кандидатураларынкүрһәтмәне. Шулай итеп, Закир Ғарипов (Наурыҙ), Фәнил Әхмәҙиев (Уральск),Ғазинур Кирәйев (Поляковка), Фазила Шаймарҙанова (Ҡунаҡбай), Салауат Лоҡманов(Ураҙ), ауыл хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлнара Хәмбәлиева(Иманғол), Сажиҙә Шәрипова (Яңы Байрамғол), Зифа Фәйзуллина (Сәфәр), ИлдарСәлимов (Илсе), Фәнүзә Вәлиуллина (Туңғатар) башлыҡ вазифаһынан китергә ҡараритте. Бик йәл, әлбиттә, көслө команда инеләр.

Сентябрь айындағы һайлауҙарҙы, шөкөр, имен-аман ғына үткәреп ебәрҙек. Ауылдарҙа биләмә башлыҡтары һайланыҡ, белеүегеҙсә, улар депутаттарҙың күпселек тауышы менән һайлана. Алдан уҡ хәбәр иткәйнек, быға тиклем эшләп килгән 18 ауыл ултырағы башлыҡтарының ҡап яртыһы ғына киләһе ауыл Советтары депутаттары һайлауҙа ҡатнашты, унауы бөтөнләй кандидатураларын күрһәтмәне. Шулай итеп, Закир Ғарипов (Наурыҙ), Фәнил Әхмәҙиев (Уральск), Ғазинур Кирәйев (Поляковка), Фазила Шаймарҙанова (Ҡунаҡбай), Салауат Лоҡманов (Ураҙ), ауыл хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлнара Хәмбәлиева (Иманғол), Сажиҙә Шәрипова (Яңы Байрамғол), Зифа Фәйзуллина (Сәфәр), Илдар Сәлимов (Илсе), Фәнүзә Вәлиуллина (Туңғатар) башлыҡ вазифаһынан китергә ҡарар итте. Бик йәл, әлбиттә, көслө команда инеләр. Һәр ҡайһыһы ауылдаштарының йәшйәешен яҡшыртыуға әҙ көс һалмаған. Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына барғандыр, тип әйтеп булмай. Халыҡ менән аңлашып, килешеп эшләү ҙә еңел бирелмәй. Мәҫәлән, сүп-сар реформаһын ғына алайыҡ, күпме нервыларҙы ҡаҡшатты. Шуға ҡарамаҫтан, иңдәренә һалынған бурысты лайыҡлы үтәп сыҡтылар, тип әйтергә мөмкин. Уларҙың тырышлығы менән урындарҙа бик күп эштәр атҡарылды. Кандидатураларын ҡалдырған хәлдә, күптәренең тулы ышаныс менән киләһе мөҙҙәткә ҡалырға шанстары бар ине. Наурыҙ ауыл хакимәтенең элекке башлығы Закир Ғарипов вазифаһынан китеүен, йәштәргә юл бирергә кәрәк, тип аңлатты. Ураҙ ауыл хакимиәтенә яңы етәксе һайлауҙа беҙгә лә ҡатнашырға тура килде. Әйткәндәй, әлегә тиклем был вазифаны биләгән Салауат Лоҡманов иң көслө башлыҡтарҙың береһе ине. Уның вазифаһын ҡалдырыуы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Социаль селтәрҙә уны белгәндәр бөгөнгө көнгә тиклем Салауат Нәжип улының биләмә халҡы өсөн эшләнгән эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыралар.

Быға тиклем дә халыҡ мәнфәғәтендә ең һыҙғанып хеҙмәт итеүсе элекке ауыл хакимиәте башлыҡтары Әмир Харисов (Ахун), Гүзәл Яҡупова (Бөйҙө), Илдар Килмөхәмәтов (Амангилде), Зөлфиә Ишмәмәтова (Миндәк), Зәлифә Әбшәһитова (Илсеғол), Әдип Ҡарамышев (Мансур), Александр Армизонов (Кирәбе), Альберт Мостафин (Учалы ауылы) һайлауҙарҙа ҡатнашып лайыҡлы еңеп сыҡтылар, яңы ойошторолған депутаттар корпусы уларҙың кандидатураларын бер тауыштан икенсе мөҙҙәтткә биләмә башлыҡтары итеп ҡалдырыу өсөн тауыш бирҙеләр.

Вазифаларын ҡалдырған биләмә башлыҡтары урынына килгәндәр ҙә бик лайыҡлылыр, тип ышанабыҙ. Әлбиттә, себеште көҙ һанайҙар, тиҙәр. Шуға ла яңы башлыҡтарҙан һөҙөмтәле эш көтөп ҡалабыҙ, халыҡтың ышанысын мотлаҡ яҡларҙар, ауылдарҙың йәшәйешен һәм тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итерҙәр, тип уйлайбыҙ.

Ураҙ ауыл хакимиәтен Жәлил Солтанов етәкләйәсәк. Жәлил Шайкамал улын, моғайын, ҡала-районыбыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. 1962 йылғы, быға тиклем ҡаланың “Йәшмә” кинопаркы директоры вазифаһын биләй. Наурыҙ ауыл хакимиәтенә башлыҡ итеп Рифат Бүләковт тәғәйенләнде. 1974 йылғы, оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән. Ҡунаҡбай биләмәһен Рөстәм Шәмсетдинов етәкләйәсәк. 1979 йылғы, һөнәре буйынса юрист. Поляковка ауыл хакимиәтенә Данил Ғүмәров тәғәйенләнде, 1972 йылғы. Иманғол ауылы хакимитәе башлығы вазифаһын Рөстәм Әхмәтйәнов башҡарасаҡ. 1972 йылғы, оҙаҡ йылдар эске эштәр бүлегендә эшләй, подполковник. Яңы Байрамғол ауыл биләмәһенә башлыҡ итеп Ринат Ғәйнуллин һайланды. 1963 йылғы, һуңғы йылдарҙа “Юрға” йәмғиәте директоры вазифаһын башҡара. Сәфәр ауылы хакимиәтен Раян Әхтәмов етәкләйәсәк, 1964 йылғы, оҙаҡ йылдар буйы мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән. Уральск ауыл хакимиәтенә башлыҡ итеп Әлфиә Ғарипова һайланды. 1964 йылда тыуған, быға тиклем ... Уральск ауылының “Ирәмәл” .... етәкләй. Илсе ауыл хакимиәтенә етәксе итеп Азат Вәлитов тәғәйенләнде. 1978 йылғы, әлегә тиклем Учалы ауыл хакимәтендә ауыл хакимитәе башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарған. Туңғатар ауыл хакимиәтен Алмас Ғиззәтуллин етәкләйәсәк. 1979 йылғы быға тиклем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән.

Яңы һайланған, үҙебеҙҙең “элекке” ауыл хакимиәте башлыҡтарына еңел булмаған эштәрендә сабырлыҡ, уңыштар ғына теләйек. Ошо көндәрҙә район хакимитәе башлығы Руслан Ғиләзетдинов яңыртылған состав менән тәүге кәңәшмә уҙғарҙы. Етәкселәр алдында биләмәләрҙе үҫтереүгә ҡағылышлы тәғәйен бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйылды.
Читайте нас: