Республика Башлығы Радий Хәбиров айырым категория граждандарға айлыҡ түләүҙәрҙе индексациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2020 йылдың ғинуарынан Башҡортостанда ветерандарға айлыҡ түләүҙәр артасаҡ, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
“Киләһе йылдан сәйәси золомдан зыян күреүсе тип танылған кешеләргә түләүҙәр 553,28 һумдан 600 һумға тиклем арта. Реабилитацияланған кешеләргә айлыҡ түләү 659,68 һумдан – 700 һумғаса; тыл эшсәндәренә – 415,15-тән 450 һумға тиклем; хеҙмәт ветерандарына 376,06-нан 400 һумғаса артасаҡ, – тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. – Шулай уҡ пенсия танытмаһына льготаға хоҡуҡ тураһында ҡушымтаһы булған, оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр 145,93-тән 200 һумға тиклем күтәреләсәк”.