Ҡасандыр республикабыҙ эстрадаһында "Ихлас" төркөмө бик популяр булды. Өс йырсы - Гүзәл Әхмәтова, Марат Шәйбәков һәм Әнүәр Нурғәлиевтан торған төркөм күпмелер ваҡыттан һуң тарҡалып, йырсыларҙың һәр ҡайһыһы үҙ юлы менән китте. бөгөн уларҙың үҙ карьераһы, үҙ тамашасыһы.
Уларҙың береһе Әнүәр Нурғәлиев та ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамашасы һөйөүен яулап өлгөрҙө, улай ғына түгел бик популярға әйләнде.
Йырсы 1974 йылдың 28 ғинуарында Әлшәй районының Әүрезтамаҡ ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен йөрөтә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ, нәҫелдәре менән сәнғәт кешеләре, ғөмүмән. Олатаһы заманында ауылдарының иң оҫта баянсыһы булған, атаһы ла шәп гармунсы, ағаһы ла гармунсы, әсәһе йырларға ярата. Әнүәрҙең сәхнәлә бейек үрҙәр яулауына шуға ла аптырарға кәрәкмәй.