Яйыҡ
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 13:14

Эш хаҡы арта

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм республиканың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу тураһындағы указдарға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 7 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

«2019 йылдың 1 октябренән Башҡортостан Республикаһы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең оклад күләмен (вазифалы оклад) һәм һөнәри квалификация төркөмдәре буйынса минималь окладын билдәләү өсөн база берәмеге күләмен 1,043-кә арттырырға», — тиелә документта.

Урындағы үҙидара органдарына ла «республиканың муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итергә» тәҡдим ителде.

Республика Башлығының башҡа указы менән 1 октябрҙән Башҡортостандың дәүләт вазифаларын биләгән кешеләргә ай һайын аҡсалата бүләкләү һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы шулай уҡ 1,043 тапҡырға арта.

Урындағы үҙидара органдарына «республиканың муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итергә», шулай уҡ «муниципаль вазифаларҙы биләгән кешеләргә аҡсалата түләүҙе арттырырға» тәҡдим ителде.

Ике указ да 2019 йылдың 1 октябреннән көсөнә инә.

Читайте нас: