Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 17:18

Ирешкән дә, өйөнән сығып киткән

Ҡалҡан ауылында йәшәүсе Анжелика Сафиуллинаның сәйер рәүештә юғалыуы тураһында тотош республика хәбәрҙар булды. 21 йәшлек ҡатын кисә көндөҙгө дүрттә өйөнән сығып китә һәм ҡайтмай, телефонын да өйҙә ҡалдыра. Ҡатыны кисен дә ҡайтмағас (етмәһә, өйөндә балаһы ҡалған була) ғаилә башлығы аптырашта ҡала. Ауыл халҡы, волонтерҙар менән эҙләргә сығалар, тапмайҙар. Ахырҙа ире бөгөн иртүк эске эштәр бүлегенә хәбәр итә. Ҡатын юғалыр алдынан ире менән үпкәләшкән булған, шуға ла өйҙән сығып киткән. Әле ул иҫән-һау табылған, баҡтиһәң, әлегә тиклем ул ошо уҡ ауылда йәшәгән яҡындарында булған, тиҙәр. Зинһар өсөн үпкәләшмәйенсә генә йәшәйек, ярай ҙа ваҡиғаның аҙағы яҡшы тамамланды. Яҡындарығыҙҙы хафаға һалмағыҙ, балаларығыҙҙы уйлағыҙ.

Ҡалҡан ауылында йәшәүсе Анжелика Сафиуллинаның сәйер рәүештә юғалыуы тураһында тотош республика хәбәрҙар булды. 21 йәшлек ҡатын кисә көндөҙгө дүрттә өйөнән сығып китә һәм ҡайтмай, телефонын да өйҙә ҡалдыра. Ҡатыны кисен дә ҡайтмағас (етмәһә, өйөндә балаһы ҡалған була) ғаилә башлығы аптырашта ҡала. Ауыл халҡы, волонтерҙар менән эҙләргә сығалар, тапмайҙар. Ахырҙа ире бөгөн иртүк эске эштәр бүлегенә хәбәр итә.

Ҡатын юғалыр алдынан ире менән үпкәләшкән булған, шуға ла өйҙән сығып киткән. Әле ул иҫән-һау табылған, баҡтиһәң, әлегә тиклем ул ошо уҡ ауылда йәшәгән яҡындарында булған, тиҙәр.

Зинһар өсөн үпкәләшмәйенсә генә йәшәйек, ярай ҙа ваҡиғаның аҙағы яҡшы тамамланды. Яҡындарығыҙҙы хафаға һалмағыҙ, балаларығыҙҙы уйлағыҙ.


Читайте нас: