Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 10:33

Үлгәнсе эшләгән

Республикабыҙҙан яман шеш менән сирләгән вахтовик ғаиләһен туйындырыр өсөн үлгәнсе һыҙланыуҙы баҫа торған таблеткалар эскән Был хәл август уртаһында уҡ теркәлгән, ләкин беҙ был хаҡта хәҙер генә белдек. Владимирға 38 йәш булған, ул Белоретта йәшәгән һәм вахта менән эшләгән. Йәй аҙағында ул Санкт-Петербургка эшкә киткән. Владимир көн һайын ҡатыны менән һөйләшеп торған, ләкин ҡапыл телефонын алмай башлаған. Ҡатын, хәүефләнеп, полицияға мөрәжәғәт иткән. Полицейскийҙар Санкт-Петербургтағы ҡуртым фатирына килгән, әммә бер кем дә ишек асмаған. Шунан улар фатир хужаһын табып, үҙенең асҡысы менән ишекте асыуын һораған. Владимир коридорҙа үле килеш табылған...

Республикабыҙҙан яман шеш менән сирләгән вахтовик ғаиләһен туйындырыр өсөн үлгәнсе һыҙланыуҙы баҫа торған таблеткалар эскән


Был хәл август уртаһында уҡ теркәлгән. Владимирға 38 йәш булған, ул Белоретта йәшәгән һәм вахта менән эшләгән. Йәй аҙағында ул Санкт-Петербургка эшкә киткән.


Владимир көн һайын ҡатыны менән һөйләшеп торған, ләкин ҡапыл телефонын алмай башлаған. Ҡатын, хәүефләнеп, полицияға мөрәжәғәт иткән. Полицейскийҙар Санкт-Петербургтағы ҡуртым фатирына килгән, әммә бер кем дә ишек асмаған. Шунан улар фатир хужаһын табып, үҙенең асҡысы менән ишекте асыуын һораған. Владимир коридорҙа үле килеш табылған...


Бүлмәлә ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙарҙың буш ҡаптары ятҡан – ир яман шеш менән сирләгән, метастаздар лимфа төйөндәренә, һөйәктәренә һәм бауырына күскән. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ул ғаиләһен туйындырыр өсөн эшләүен дауам иткән. Ҡатыны ауырыу тураһында бер нәмә лә белмәгән – ул үҙе онкологиянан дауалана. Шуны белеп, Владимир уға бер ни ҙә әйтмәҫкә хәл иткән.
Читайте нас: