«11 октябрҙә республиканың почта бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителде. Был көндө гәзит-журналдар таратылмай, хаттар алынмай, — тип белдерҙе Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Кесаҙна, 10 октябрҙә, бөтә почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Байрам көнө өсөн пенсиялар һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеүгә ярашлы таратыла».