Леонид Гайдайҙың "Кавказская пленница" фильмын инде нисә йылдар дауамында йәше лә, ҡарты ла яратып ҡарай. Олатай-өләсәйҙәр ҡарағанды, хәҙер беҙҙең балаларҙың да күңеленә хуш килде ул. Бик ҡыҙыҡлы итеп төшөргәндәр, һүҙ юҡ. Ҡаланың "Йәшмә" кинопаркы алдында фильмдың геройҙары Трус, Балбес һәм Бывалыйға арналған үҙенсәлекле һәйкәл дә бар. Һәйкәлдең авторы яҡташыбыҙ – Илшат Мөхәмәтйәров. Халыҡтың бик яратҡан урыны ул, уның эргәһендә фото төшөргә лә ярата. Ошо көндәрҙә һәйкәл mirtesen.ru. медиаплатформаһындағы davaipogovorim сайты версияһы буйынса кино геройҙарына арналған иң ҡыҙыҡлы һәйкәлдәр исемлегенә индерелгән, бик шәп.